Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Август 2020, 18:11

Фажиғәгә килтермәһен

Йәғни иҫкәртеү саралары көнүҙәктә

Баҡалды ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшмәкәрлек итә. Биләмәгә ҡараған Баҡалды, Баҫыу, Ҡыҙғы, Родинка, Тирәкле һәм Уҫаҡлы ауылдарында аҙна һайын төрлө саралар ойошторола. Һуңғы ваҡытта коронавирусты йоҡтормау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, һыу ятҡылыҡтары эргәһендә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләренә арналған аңлатыу эштәре даими рәүештә башҡарыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу инеү миҙгеле тамамланыуға ҡарамаҫтан, ярамаған урындарҙа ял итергә теләүселәр, хәүефһеҙлек сараларын үтәмәй балыҡ тотоусылар, йылға буйҙарына балаларын яңғыҙ ебәреүселәр һаны кәмемәй. Фажиғәгә юл ҡуймау маҡсатынан көн һайын график буйынса һыу объекттарына рейдтар уҙғарыла, файҙалы мәғлүмәттәрҙән торған иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратыла. Шулай уҡ имен булмаған ғаиләләр менән тәрбиәүи саралар үткәрелә.
Ауыл урамдарын, оло юл буйҙарын тәртиптә тотоуға ла ҙур иғтибар бүленә: үләндәр сабыла, сүп-сарҙар таҙартыла. Байтаҡ ауылдаштар урам кәртәләрен яңыртты. Баҡалды ауылы биләмәһе халҡы барлыҡ башланғыстарҙы дәррәү күтәрергә тора.
Гүзәл Мырҙагилдина,
Баҡалды ауылы биләмәһе белгесе.
Читайте нас: