Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Июль 2020, 16:04

““Инйәр”гә яҙылдым һәм телевизор оттом!”

Шишәмбе көн, 21 июль “Инйәр” район гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында төп приз — телевизор уйнатылды.

Уйында ҡатнашыр өсөн барлығы 147 гәзит алдырыусы квитанция күсермәләрен редакцияға ебәрҙе. Бына тулҡынландырғыс мәл етте. Кемгә бәхет йылмайыр? Ҡумта эсенән ҡайһы квитанция төп бүләккә сығыр?
Һөҙөмтәлә приз Тәүәкәс ауылынан Мостафина Нәзирә Нурғәле ҡыҙына сыҡты.
— Бер ҙә бүләк отормон тип уйламаған инем. Ҡыҙыҡһынып, ҡайһылай уйнаталар икән тип кенә индем. Әле һаман аңламай торам әле. Бик шатмын.
“Инйәр”ҙе ғүмер буйы алдырам. Башҡа республика матбуғатын да уҡып барам. Гәзитһеҙ йәшәй алмайым. Район яңылыҡтары һәм кешеләре тураһында яратып уҡыйым. Бүләгемде ҡәҙерләп кенә тотонормон,-тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Нәзирә Нурғәле ҡыҙы.
Төп приздан тыш, “Инйәр” гәзитенә тәүгеләрҙән булып яҙылыусылар араһында ла йәрәбә ярҙамында бүләк хужалары билдәләнде. Бына улар: Усманов М. (Ҡыҙылъяр), Гәрәева Р. (Тәүәкәс), Хөснөтдинова Л. (Айытмәмбәт), Шәрәфетдинова Д. (Горный), Хисмәтуллин Э. (Архангел, ДРСУ), Абдуллина Ә. (Убалар), Хәсәнова А. (Архангел), Баязитова Р. (Липовка), Шәрәфетдинова З. (Абҙан), Чурагулов М. (Архангел), Морсалова Ф. (Ләмәз), Сәғәҙәтова В. (Тәүәкәс). Уларҙы редакцияла көтөп ҡалабыҙ, үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, пенсия таныҡлығын алып килергә онотмағыҙ. Ҡалғандарҙы иһә әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ!
Мөхәрририәт.
Читайте нас: