Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Июль 2020, 15:58

Көн ҡаҙағында — мал аҙығы әҙерлдәү

Шакир ауылынан Ринат Ниғәмәтйәнов КФХ-һында бесән, сенаж әҙерләү йылдам бара.

Тәжрибәле етәксе эште оҫта ойошторған. Быйыл ул Росагролизинг аша яңы “Metal-Fach В-562” пресс-йыйғысын һәм “МТЗ-82” тракторын алды. Ауыл хужалығы техникаларының етерлек кимәлдә булыуы һәм төҙөклөгө мал аҙығы кампанияһының сифатлы башҡарылыуына булышлыҡ итә.

“Йәшел ураҡ”ҡа төшөр алдынан уңған хужа 300 тонна сенаж һалып өлгөргән. Бөгөн бында 100 гектарлап яландарҙа үлән сабылып, бесән һаҡлағыстарға ҡайтарылған, тағы ла 30-лап гектарҙа эште теүәлләйһе бар. Фидан Ниғмәтйәнов “Е-320” тракторында бесән сабып-йыя. Ринат үҙе “Metal-Fach В-562” менән уларҙы йыйып, төрһә, Артур Ҡотлогилдин “МТЗ-82-1”-ҙә төргәктәрҙе көнөндә ташып та ҡуя. Шулай итеп ир-уҙамандар “ҡорос аттар” ярҙамында өсәүләшеп кенә оло эштең ахырына етеп килә.

— Көндәрҙең бик эҫе тороуы һәм күгәүендәрҙең күплеге бөйрәкәйҙәрҙе бик йонсота. Малдар көн буйы күләгә аҫтында торорға тырыша. Ошо сәбәпле һөттәре лә ҡырҡа кәмене. Элек тәүлегенә 220 литрҙан артыҡ аҡ алынһа, хәҙер 130-ға төштө. Туҡмаҡлы, Шакир, Сәғит, Успенка, Троицкий ауылдары халҡынан да һөт йыйыу 700 литрҙан 300-400 литрға тиклем түбәнәйҙе. Йәйге селләләр үткәс, һөт продукцияһын етештереү күләме күтәрелер тигән өмөт менән йәшәйбеҙ,- тип тынғыһыҙ эш мәле хаҡында һөйләп ишеттерҙе Ринат Ниғәмәтйәнов.

Дилара Бәҙретдинова.

Читайте нас: