Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Июль 2020, 16:16

Етди үҫешкән өлкә

Металлургтар көнөн билдәләп

Металлургтар көнө Рәсәйҙә йыл һайын июль айының өсөнсө йәкшәмбеһендә уҙғарыла. Быйыл ул 19 июлгә тура килә. Башҡортостанда күп райондарҙа металлургия өлкәһе бик етди үҫешкән, тимәк был өлкәлә эшләгән кешеләр ҙә бик күп.
Был байрамдың үҙ тарихы бар. Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендә металлургтар еңеү өсөн ҙур өлөш индерә. Был хаҡта Владимир Харитонов үҙенең “Еңеү көнө” йырында ла билдәләп үтә. Һуғыштан һуң да металлургтар илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыуҙа күп көс һала. 1957 йылда СССР хөкүмәте уларҙың хеҙмәтен ҙурлап, һөнәри байрам — Металлургтар көнөн иғлан итә. Союз тарҡалһа ла иҫтәлекле дата календарҙан төшөрөп ҡалдырылмай. Сөнки был тармаҡ әле һаман да Рәсәйҙең иң мөһим сәнәғәт өлкәһе һанала.
Байрамды эштәре ошо өлкә менән бәйләнгәндәрҙең барыһы ла билдәләй. Иң тәү сиратта металлургия, тау-байыҡтырыу комбинаттары хеҙмәткәрҙәре, ҡойоусылар, таусылар һәм башҡалар байрам итә.
Илебеҙҙең бик күп төбәктәре металлургия сәнәғәте менән тығыҙ бәйле. Силәбе, Магнитогорск, Иҫке Оскол, Липецк, Череповец һәм башҡа ҡалаларҙа йөкмәткеле, күңелле концерттар, алдынғы эшселәрҙе тәбрикләү, төрлө спорт ярыштары, кокурстар, оҫталыҡ-дәрестәре, күргәҙмәләр ойошторола. Ҙур ҡалаларҙа тематик экскурсиялар, завод музейҙарында асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Ҡайһы саҡ саралар программаһы шул тиклем күп булыу сәбәпле, уларҙы алдан уҡ, шәмбе көн үткәрә башлайҙар.
Сәнәғәт предприятиеларының да үҙ йолалары бар. Мәҫәлән, алдынғы хеҙмәткәрҙәр бүләкләнә, заводтарҙа тап ошо көндө яңы ҡоролмалар эшләй башлай.
Был өлкәлә 15-20 йыл хеҙмәт иткән ветерандарға “Рәсәйҙең атҡаҙанған металлургы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Ә был награда дәүләт наградалар системаһына инә.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: