Июль — ауыл эшсәндәре, фермерҙарҙың бөтә көстәрен ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлткән иң ҡыҙыу ай.
Убалар ауылында эшмәкәрлек иткән Урал Абдуллиндың хужалығы ла Максим Горький янындағы ҡуртымға алынған сабынлыҡ һәм болонлоҡтарҙа тәүлек әйләнәһендә бесән саба.
Ағымдағы аҙнаның бик эҫе тороуына ла сыныҡҡан ир-уҙамандарҙы бер ҙә ҡурҡытмай. Башҡалар һыу буйҙарында, күләгәлә ял иткәндә улар техника гөрләп торған яландарҙа тир түгә.