Инйәр
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Июль 2020, 13:26

Яҡшылыҡ эштә беленер

Рәхмәт һүҙе

Хәҙерге заман йәмғиәтендә электән килгән рухи ҡиммәттәрҙе яңынан тергеҙеүҙә киң мәғлүмәт сараларының, шул иҫәптән район гәзиттәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матбуғат бөгөн еңел булмаған осор кисерә. Подпискаға хаҡтың артыуы арҡаһында байтаҡ кешеләр гәзиткә яҙылыуҙы кисектереп торорға мәжбүр. Көнкүрешебеҙгә Интернет селтәренең көндән-көн нығыраҡ үтеп инеүе, электрон баҫмаларҙың күбәйеүе лә милли баҫмаларҙың даналарының ҡырҡа кәмеүенә килтерҙе. Ошо сәбәптәр арҡаһында тираж йыйыу, туған баҫмабыҙҙы һаҡлап ҡалыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала килә.
Хат ташыусылар, редакция хеҙмәткәрҙәре башҡорт телендә баҫылған “Инйәр” гәзитен йәшәтеү йәһәтенән ҡулдарынан килгәндең барыһын эшләй. Дуҫтың дуҫ икәне бәлә килгәндә беленер, тигән мәҡәлдәге кеүек, ҡыйынлыҡтар килеп тыуғанда, “Инйәр”ҙең ысын, тоғро юлдаштары беҙҙе ҡаршылыҡтар менән яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырманы, ауыр сағыбыҙҙа беренселәрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Киң, йомарт күңелле кешеләрҙең ер йөҙөндә барыбер күберәк булыуы ҡыуандыра. Ҡыҫынды ауылында тыуып-үҫкән яҡташыбыҙ Рәхмәтуллин Мөнир Зөфәр улы ла ундайҙарҙың береһе. Мөнир Зөфәр улы элек-электән республика, район баҫмаларын даими рәүештә алдырып бара. Тынғыһыҙ ир-уҙаман бөгөнгө сыуалыш мәлендә, үҙ мәшәҡәттәренең күп булыуына ҡарамаҫтан, туған гәзитебеҙҙең яҙмышына иғтибар итергә ваҡыт тапты. Ул ете экземпляр “Инйәр” гәзитенә яҙылып, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бүләк итте. Ошо изге эше менән М.З.Рәхмәтуллин баҫмабыҙҙы һиҙелерлек алғы баҫҡысҡа күтәрҙе.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Иле, халҡы, теле яҙмышына битараф булмай, ярҙам иткәне өсөн Хоҙай үҙен рәхмәтләһен. Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаиләһенә именлек теләйбеҙ.
“Инйәр” гәзите коллективы.
Читайте нас: