Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Июль 2020, 17:56

Көнүҙәктә — халыҡ хәстәре

Милләттәштәребеҙ ҡорға йыйылды

Үткән аҙнала Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары белгестәре һәм урындағы халыҡтың күсмә осрашыуы үтте. Унда Учалы, Бөрйән, Архангел, Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил райондары, Сибай, Межгорье ҡалалары вәкилдәре йыйылды. Беҙҙең райондан Ғәйсәрова Рәшиҙә (Ҡыҫынды мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) һәм Филүс Балранов (Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы директоры) ҡатнашты.
Сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүеше, сифатлы белем, туған телдәрҙе һаҡлау — ҡоролтай проекттарының күбеһе ошоларҙы маҡсат итеп ҡуя. Улар тормошҡа ашһын өсөн райондарҙа йәшәүсе халыҡтың, ҡоролтай ағзаларының әүҙем булыуы кәрәк. Ошо йәһәттән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова урындағы активистарҙы, шулай уҡ күрше райондарҙағы ҡоролтай ағзаларын тағы ла әүҙемерәк булырға, төрлө гранттар алыуҙа инициатива күрһәтергә саҡырҙы.
БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Белорет районының тарихына күҙ йүгерткәндән һуң, һәр райондың, һәр ауылдың ниндәйҙер бер биҙәге булырға, йолаларҙы, ер-һыу атамаларын танып белеүҙә йәштәр оло быуын кешеләренең тәжрибәһенә таянырға тейеш тине.
Мәртәбәле осрашыуҙа мәғариф мәсьәләләре лә ҡаралды. Белорет районында һигеҙ меңдән ашыу бала мәктәптә башҡорт телен өйрәнә. Яҡын киләсәктә бында полилингваль мәктәп асыу ҡаралған. Әбйәлилдә лә ошондай уҡ йүнәлештәге мәктәп-интернат буласаҡ. Милләттәштәребеҙ ҡоронда башҡорт телен уҡытыу торошона ла ҙур иғтибар бүленде.
Башҡарма комитет янындағы республика ата-әсәләр комиссияһы вәкиле Лилиә Юлдашбаева власть органдары менән берлектә алып барылған эшмәкәрлек тураһында сығыш яһаны. “Башҡорт телен өйрәнеүҙә хоҡуҡтар боҙолған осраҡта урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мөмкин”,- тине ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина “Башҡорт теле йылы” проектын тормошҡа ашырыу хаҡында бәйән итте.
Ойоштороу комитеты бындай күсмә осрашыуҙарҙы яҡын арала республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла ойоштороласағы тураһында хәбәр итте.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: