Ярҙамды республикала йәшәүсе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған, шул иҫәптән үҙмәшғүлдәр, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған йәки яңы һөнәргә уҡырға теләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәгән граждандар алыу мөмкинлегенә эйә.
Уны алыу өсөн үҙ эшен асырға теләүселәр ғариза яҙырға, бизнес-план төҙөргә, талап ителгән башҡа документтарҙы йыйырға тейеш. Уларҙы биреү өсөн күп функциялы үҙәк, социаль яҡлау, ғаилә үҙәге филиалдарын, дәүләт хеҙмәттәре порталын файҙаланырға була. Шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтерергә теләүселәр ҙә үҫеш планын тапшырырға бурыслы. Ғаризалар халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең урындарҙағы филиалдары тарафынан тикшерелеп, ыңғай баһа алғандан һуң контракт төҙөлә. Уның оҙайлығы өс айҙан 1 йылға тиклем. Шулай уҡ шәхси эшҡыуар һәм юридик шәхес булараҡ берҙәм дәүләт реестрында ғариза биреүсенең теркәлеүе хаҡында мәғлүмәттәрҙең булмауы шарт.
Был нимәне аңлата? Әйтәйек, аҙ тәьмин ителгән граждан шәхси ярҙамсы хужалығын үҫтереүгә адреслы социаль ярҙам һорай. Ул хөкүмәт ярҙамы менән һауын һыйыры һатып алырға теләй. Ғаиләне һөт һәм һөт аҙыҡтары менән тәьмин итергә теләйме йәиһә һөт һауып һатыуҙан килем алырға уйлаймы — аныҡ билдәләп план төҙөй. Адреслы ярҙам бер тапҡыр ғына бирелә. Уның суммаһы эшмәкәрлек сараһына талап ителгән сығымдар сметаһына ярашлы билдәләнә, әммә 100 мең һумдан артмай. Түләүҙәр мөрәжәғәт итеүсе һайлаған кредит ойошмаһы аша башҡарыла. Аҡсаны ҡорамалдар алыуға, эш урындары булдырыу, уларҙы йыһазландырыуға тотонорға мөмкин.
Граждандар адреслы ярҙамды маҡсатлы файҙаланғанмы — артабан тикшерелә, йәғни улар БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан раҫланған тәртиптә һәм арауыҡта социаль программа нисек үтәлеүе, аҡсаны нимәләргә сарыф итеүе хаҡында отчет яһай.
Адреслы ярҙам кешегә үҙ тырышлығы, хеҙмәте менән ауыр тормош хәленән сығырға "башланғыс капитал" булып тора.