Инйәр
+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
6 Июль 2020, 12:40
Яуызлыҡ ҡылынмаһын…
Нимә ул терроризм һәм унан ниндәй һаҡланыу саралары күрергә кәрәк?
Һуңғы йылдарҙа терроризм, экстремизм кеүек ҡурҡыныс төшөнсәләрҙе йыш ишетергә тура килә. Нимә ул терроризм һәм унан ниндәй һаҡланыу саралары күрергә кәрәк?
Террор — ул көсләү, ҡурҡытыу, енәйәт идеологияһы аша кешелеккә йоғонто яһау, ниәттәренә фәҡәт улар ярҙамында ирешеү. Уның маҡсаты — фажиғәле үлемдәр менән йәмғиәтте ҡурҡытыу һәм үҙ сәйәсәтен алып барыу. Террорист — халыҡ күпләп йыйылған ерҙәрҙә ҡоралдар ҡулланып, ҡан ҡойоусы, ҡурҡыныс аҫтында тотоусы, ғазаплаусы. Уларҙың ҡанһыҙлығынан бик йыш бер ғәйепһеҙ кешеләр, хатта балалар ҡорбан була. Экстремистар үҙ тәжрибәләрендә халыҡ күпләп йыйылған байрам һәм башҡа сараларҙы, урындарҙы һайлай. Тап шундай ерҙәрҙә улар террористик акттарҙы тормошҡа ашыра.
Яуыздар шартлатҡыс матдәләрҙе ҡумталарҙа, сумка, портфель, рюкзак, тәмәке ҡабы, кеҫә телефондарында, хатта уйынсыҡтарҙа һәм гөлләмәләрҙә ҡалдырып китергә мөмкин. Шуға күрә шикле әйберҙәр күрһәгеҙ, кисекмәҫтән полиция бүлегенә хәбәр итергә кәрәк. Артабан яҡын тирәләге кешеләрҙең ситкә китеүен ойоштороу зарур. Бөгөн террористик акттарҙы булдырмау йәһәтенән полиция хеҙмәткәрҙәре һәр шикле граждандарға, унда булған йыһаздарға, шулай уҡ транспорт сараларына тикшереү ойошторорға хоҡуҡлы. Толерантлыҡ, бер-береңде хөрмәт итеү, хәл-ваҡиғаларға битараф булмау ғына терроризмдың социаль базаһының үҫеүен киҫәтә һәм тирә-йүнде, тиҫтәләрсә кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итәсәк.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Март , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Март , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Март , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Март , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"