Инйәр
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Июль 2020, 17:31

Тағы ике аҙнаға күсерелде

Быйылғы пандемия ғәҙәти йәшәйешебеҙгә бик күп яңылыҡтар, сикләүҙәр алып килде.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итеүенсә, 29 июнгә республикала COVID-19 йоҡтороуҙың 5 315 осрағы теркәлгән. Һуңғы тәүлектә 48-гә артҡан. Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, артым темпы 1%-ҡа аҙыраҡ.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров:
— Балалар арыны, уларҙың ял иткеһе килә. Әммә балалар лагерын асыр алдынан биш тапҡыр уйлағыҙ: барыһы ла тәртиптәме? Әгәр лагерҙа сир йоҡтороу усағы барлыҡҡа килһә, сменаны асыусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Эпидситуация яҡшырмаһа, ашыҡмағыҙ.
Быйылғы пандемия ғәҙәти йәшәйешебеҙгә бик күп яңылыҡтар, сикләүҙәр алып килде. Мәғариф өлкәһенә лә ул ҡағылмай үтмәне. Уҡыу йылының һуңғы сиреге ситтән тороп тамамланды, имтихандар, сығарылыш кисәләре һәм башҡа саралар онлайн режимда үтте.
Вирус, вирус менән, ләкин тормош дауам итә. Оҙайлы һәм көсөргәнешле уҡыу йылынан һуң балаларҙың ғәҙәттәгесә ял иткеләре, сәләмәтлектәрен нығытаһы, ваҡыттарын күңелле итеп үткәргеләре килә. Ата-әсәләр өсөн дә сабыйҙарының хәүефһеҙлектә, ышаныслы ҡулдарҙа буш ваҡыттарын файҙа менән уҙғарыуҙары бик отошло ине.
Коронавирус таралыуына юл ҡуймау өсөн сикләү саралары индерелеүенә бәйле, балалар ялы ойошмаларының эшмәкәрлеге һәм уларҙа йәйге миҙгелгә әҙерлек 28 марттан 1 июнгә тиклем ваҡытлыса туҡтатылып торҙо. Алдан уйлағанса, хәлдәр яҡшырыу менән мәктәп яны лагерҙары элеккесә эшмәкәрлектәрен башларға тейеш ине. Әлеге ваҡытта республикала онлайн-сменалар әүҙем эш алып бара. 70 меңдән ашыу бала дистанциялы алымда интерактив конкурстарҙа һәм уйындарҙа ҡатнаша, буш ваҡытын ҡыҙыҡлы итеп үткәрә. Башҡортостандағы онлайн-сменалар тәжрибәһе Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тарафынан юғары баһаланды – республика проекттарын федераль ресурстарға сығарҙылар. БР Мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 400-ләгән бала беҙҙең онлайн-сменалар эшендә ҡатнаша.
Хәүефһеҙлек мәсьәләһе бик етди һәм яуаплы, уҡыусыларҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлау проблемаһы беренсе урында тора. Республикалағы һуңғы хәл-торошҡа ҡарап, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәктәп яны лагерҙарын асыу көнөн күсерергә хәл итте. Ул Роспотребнадзор мәғлүмәттәре нигеҙендә, ял итеү учреждениеларының асылыу ваҡытын тағы ла кисектереп торҙо. Бынан алда республика хөкүмәте 1 һәм 3 июлдә балаларҙы мәктәп яны лагерҙарына ялға ебәрергә йыйынғайны. Бөгөн лагерҙарҙың эше тағы ла ике аҙнаға күсерелде, шул иҫәптән беҙҙең районда ла уларҙы асыуҙың яҡынса датаһы — 13-15 июль.
Лилиә Сәйғафарова,
район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас: