Инйәр
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Июль 2020, 17:51

Башҡортса һәм татарса бесән әҙерләү

Совет осоронда һөйләнелә торған ине был лаҡап.

Дауахананың палатаһында башҡорт менән татар бергә ятып, һәр ҡайһыһы нисек итеп бесән әҙерләүҙәре хаҡында һөйләгән. Башҡорт түбәндәгесә бәйән иткән: “Бесән мәле еткәс атты егеп, арбаға эш ҡоралдарын, һауыт-һаба, түшәк-юрған, башҡа төрлө мынаят, бер аҙнаға етерлек ризыҡ, яңы һуйылған һарыҡ ите тейәп сабынлыҡҡа барабыҙ. Тәүге көндә яйлы урын ҡарап, йылға буйында ҡыуыш ҡороп урынлашабыҙ. Иртәгәһенә сабыуға төшәбеҙ. Ике көн сапҡандан һуң, тәүге көн сапҡандарҙы әйләндереп-тулғандырып күтәремләйбеҙ ҙә, бесәне ныҡлап кипкәнсе йәнә сабабыҙ. Шунан һуң тәүге күтәремдәрҙе күбәләйбеҙ. Әгәр ҙә ямғыр-фәлән яуһа, сабыу менән генә булабыҙ. Иртәнсәк сәй ҡайнап сыҡҡансы ла, ысыҡ һирпелдереп һыныҡ яҙҙырып берәр-икешәр бакуй сабабыҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр ауылға ҡайтып, мунса инеп, тағы ла ризыҡ тейәп киләбеҙ. Өс-дүрт аҙна үтеүгә кәбән ҡойоу мәле лә етә. Был көндө иртән-иртүк күбәләрҙе кәбән урынына ат менән тарттыра башлайбыҙ. Тәүҙә өс күбәне өсмөйөш рәүешле ҡуйып кәбәндең төбөн һуҡтырабыҙ. Артабан кәбән һала башлайбыҙ. Кәбән һалыу өсөн дә төп, күкрәк, ос һәнәктәре кәрәк була. Кәбәндәр әҙер булғас, уларҙы малдан һаҡлар өсөн кәртәләп сығабыҙ…”
Башҡорт тағы ла бер нисә урында лирик сигенеүҙәр менән нисек итеп бесән әҙерләүҙәрен бәйән итеп бөткәс, сират татарға ла килеп еткән… Татарҙың әңгәмәһе бер генә һөйләмдән торған: “Печән әзерләүнең нәрсәсе бар инде: чабасың да, жыясың да, өясең дә куясың…”
Әхмәр Үтәбай.
“Мең дә бер күҙәтеүем”.
Читайте нас: