Июнь айы — йәй башы — тәбиғәттең иң гүзәл миҙгеле. Тирә-яҡтың саф йәшеллеккә, һандуғас, ҡоштар йырына күмелгән, ҡояштың йылы нурҙары күңелдәрҙе иркәләгән мәле, ҡыҫҡаһы, тәбиғәттә — бала сафлығы. Тап ошо миҙгелдә сығарылыш класс уҡыусылары ҡулдарына өлгөргәнлек документтарын алып оло тормош юлына баҫа.
Мәктәптәрҙә бер үк ваҡыт күңелле лә, моңһоу ҙа булған “Хушлашыу кисә”ләре гөрләп үтер мәлдәр етте. Тантаналы сара беҙҙең Максим Горький мәктәбендә лә ойошторолдо. Быйыл ул үҙенсәлекле, пандемияға бәйле һуңғы ваҡиғалар талап иткән ҡағиҙәләрҙе етди үтәп, айырым шарттарҙа уҙҙы. Беҙҙең белем усағын ете 11-се һәм 24 9-сы класс уҡыусыһы тамамланы. Улар араһында ике бала өлгөлө аттестатҡа лайыҡ булды.
Өлкәндәр бер нимәгә ҡарамай балаларға байрам, күңел күтәренкелеге бүләк итергә тырышты. Билдәләнгән көн бина эсендә “Мәктәп вальсы” талғын ғына ағылды, стеналарҙа уҡыусыларҙың төрлө уҡыу йылдарындағы матур фотоларынан төҙөлгән стенд уларҙы бәхетле бала саҡтарына алып ҡайтты. Һомғол кәүҙәле үҫкән егеттәр, сибәр ҡыҙҙар тормоштарындағы тәүге етди документты ҡулдарына тулҡынлана-тулҡынлана алды. Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа улар менән бергә ошондай уҡ тойғоларҙы кисерҙе.
Байрам элеккесә шаулап-гөрләп, күмәкләшеп, берҙәм уҙмаһа ла, һәр үҫмергә тыуған белем усағы менән хушлашырға мөмкинселек бирелде.
Алда оло һынауҙар, яңы танышыуҙар менән бай тормош башлана. Кемгәлер юғары уҡыу йортонда белемдәрен дауам итер өсөн Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға тура киләсәк, икенселәргә, кәрәкле һөнәрҙе дөрөҫ итеп һайлау кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү көтөлә.
Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары! Һеҙҙең яҡты хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ һәр саҡ юлдашығыҙ булһын! Хәйерле юл барығыҙға ла!
Максим Горький мәктәбе директоры.