Инйәр
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Июнь 2020, 14:23

Табиптар ауылдарға сыҡты

Районда медицина хеҙмәткәрҙәренең күсмә ҡабул итеүҙәрҙе ойоштороуы матур йолаға әйләнеп бара.

Улар аҙна һайын тиерлек район халҡын ҡарап, тейешле ярҙам күрһәтә, сөнки үҙәк дауахананан ситтә йәшәүселәргә коронавирус сире таралған мәлдә табиптарғаға йөрөүе хәүефле һәм ауырға тура килә, бигерәк тә бәләкәй сабыйлы әсәләргә һәм оло йәштәгеләргә. Шуға күрә тар йүнәлешле белгестәр ауылдарға үҙҙәре үк сығып, сирлеләрҙе ҡабул итеү, профилактик саралар ойоштороу алымын отошло ҡуллана.
Сираттағы эш сәфәрендә кардиолог, невролог, педиатр, терапевт һәм башҡалар 72 йорттан торған Ҡыҙғы ауылында көнө буйы байтаҡ кешеләрҙең һаулығын тикшерҙе. Заманса кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған махсус машинаның эсендә һәр табип үҙ йүнәлеше буйынса ҡабул итте. Барыһын да яҡшы итеп ҡарап, кәңәштәрен әйтте, дарыуҙар алып дауаланырға ҡушты, берәүҙәргә рентген үтергә тәҡдим ителде. Икенселәргә, артабан яҡшыраҡ тикшереү үткәреү өсөн, врачҡа ҡабаттан килергә ҡушылды. Ауыр сирлеләр өйҙәрендә үк ҡаралды. Шулай уҡ өй беренсә йөрөп балаларҙың, ауырлы ҡатындарҙың да һаулыҡтары күҙ уңына алынды.
Тәжрибәле табиптар: Флүзә Бадранова, Лира Меркулова, Айгөл Игзакова, шәфҡәт туташы Зәйтүнә Фәхретдинова, социаль хеҙмәткәр Лариса Воробьева үҙҙәренең изге бурыстарын еренә еткереп үтәп, барыһын да ҡәнәғәтлектә ҡалдырҙы. Ҡыҙғы халҡы ауылға уҡ килеп тикшергәндәре, кешеләрҙең һаулығын ҡайғыртҡандары өсөн уларға оло рәхмәттәрен еткерә.
Әлфирә Ноғаманова,
Ҡыҙғы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире.
Читайте нас: