Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Июнь 2020, 16:04

Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ

Ураҙа байрамында районыбыҙҙың байтаҡ мосолмандары “Зифа” мәсетенә Рамаҙан айы аҙағында матди яҡтан мохтаждарға бирелә торған фитыр саҙаҡалары һалды.

Уны биреү барса хәлле мосолмандар өсөн дә мотлаҡ ине. Йыйылған 30 мең һум аҡсаға, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фәрзәнә Хәсәнова менән кәңәшләшкәндән һуң, район үҙәгендә йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә аҙыҡ-түлек һатып алынды. Барыһы 35 ғаилә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алып ҡыуанды. Шулай уҡ янғындан зыян күргән Зариповтар ғаиләһенә лә ярҙам күрһәтелде. Ошо изге эштә ҡатнашҡан барса мосолман ҡәрҙәштәргә, шулай уҡ Фәрзәнә Фәсхетдин ҡыҙына оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Муллаҡай, Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылы кешеләре һәр йәкшәмбе урындағы зыяратты таҙартырға йыйыла. Халыҡтың бындай сараларға өйрәнеп, үҙ теләктәре менән ҡатнашыуы ҡыуандыра. Был юлы ир-аттар зыярат эсендәге, тышындағы үләндәрҙе сапты. Ҡатын-ҡыҙҙар эргә-тирәне сүп-сарҙан таҙартты.
Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай, әҙәм балаһына йөҙ тапҡыр яҡшылыҡ булып кире ҡайтыр. Сауаплы эштән ситтә ҡалмайыҡ.
Фәнзил Хисаметдинов,
“Зифа” мәсетенең имам-хатибы.
Читайте нас: