Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Июнь 2020, 15:43

Ожмах тыуған еремдә

Ҡурғаш ауылы бик матур ерҙә урынлашҡан.

Бында килгән һайын күңел тирә-яҡтағы һоҡланғыс тәбиғәткә, ауыл халҡының тырышып тормош көтөүенә ҡыуанып бөтә алмай. Юҡҡа ғына ситтән килгәндәр үҙҙәренә ошонда төйәк һайламайҙыр.
Ҡурғашта ерле халыҡ менән бергә “дачник”тар ҙа йыл әйләнәһенә гөрләтеп тормош итә. Кешеләр бында асыҡ, ойошҡан һәм бик дәртле. Бер-береһенән күреп яңы йорттар һала, таштан, тимерҙән, йә иһә таҡтанан заманса матур итеп ҡойма-рәшәткәләрен эшләп ҡуйғандар, ә баҡсаларын махсус бәйгегә әҙерләйҙәрме ни, береһе икенсеһенән уҙҙыра. Әйтергә кәрәк, умартасылыҡ кәсебе лә ҡурғаштарҙың яратҡан шөғөлө.
Шуныһы үҙенә иғтибарҙы тартты — урамда үтеп барғанда бер сүп күрмәҫһең, йылға буйына ла төшөп ҡараным — тоҡсайҙар ҙа, пластик һауыттар ҙа, хатта кәнфит ҡағыҙының әҫәре лә юҡ. Бына ҡайҙа ул тәртип, мәҙәнилек. Алыҫтағы Германиянан түгел, ә үҙебеҙҙең кескәй генә Ҡурғаштан өлгө алырға кәрәк.
Шулай йөрөп ятҡанда бер ҡойма артында һалмаҡ ҡына башҡорт моңо ағылыуы ҡолаҡҡа салынды. Ҡыҙыҡһынып йыр яңғыраған ихатаға табан боролдоҡ. Ҡапҡаны асып ебәреү менән эстәге матурлыҡты күреп хайран ҡалдым. Ҡыйып баҫҡыһыҙ бөхтәлек, тип-тигеҙ итеп сабылған газон, тирә-яҡта гөл-сәскә һәм ҡыҙыл ағастан төҙөлгөн өр-яңы йорт.
Йорт хужалары Әлфиә Ғәли ҡыҙы һәм Рәмил Фәтих улы Низамовтар ең һыҙғанып баҡса эштәре менән булышып йөрөйҙәр. Әлфиә апай төп Ҡурғаш ҡыҙы икән. Күп йылдар элек Стәрлетамаҡта ашнаҡсы һөнәрен үҙләштереп Бөрө ҡалаһына эшкә йүнәлтелә. Бында буласаҡ тормош иптәше Рәмил ағай менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр һәм Себер тарафтарына сығып китәләр. 35 йыл сит ерҙәрҙә йәшәгәндән һуң, Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә Низамовтар.
— Ирем бер һүҙһеҙ минең тыуған ауылымды һайланы. Йыйылған аҡсабыҙға яңы йорт һатып алдыҡ. Бына хәҙер ауыл тормошо менән мәж килеп йәшәп ятабыҙ. Эргәлә генә йылға, тау, урман, еләкле, бәшмәкле яландар. Ожмахтың үҙе бында. Иртән ҡоштар һайрауы менән уянаһың да, көнө буйы күкрәк тултырып саф һауа һулап, ҡолас ташлап хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнәһең. Әсәйем Флүрә Сабир ҡыҙы ла эргәлә. Уға ла ярҙам итәбеҙ. Оҙаҡламай ҡыҙҙарыбыҙ ғаиләләре менән ялға ҡайтасаҡ, түҙемһеҙләнеп көтөп торабыҙ,- тип шат йылмайып һөйләп үтте сәскәләр ултыртҡан арала Әлфиә ханым.
Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған, тырыш, тәртипле яҡташтарыбыҙ һәр ваҡыт һоҡландыра, илһамландыра, яңы үрҙәргә әйҙәй. Ә Ҡурғашта ундайҙар күп!
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: