Башҡорт матбуғаты – башҡорт ҡурайы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт балы кеүек үк күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп һаҡлауға мохтаж ҡиммәтебеҙ.
Матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе һуңғы йылдарҙа төп мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала килә. Илдәге төрлө үҙгәрештәр, баҙар иҡтисадына күсеү, көрсөк, хаҡтарҙың күпкә артыуы үҙҙәрен ныҡ һиҙҙерҙе. Барса кире күренештәр милли гәзит-журналдарға, шул иҫәптән үҙебеҙҙең “Инйәр” гәзитенә лә ҡағылмай үтмәне.
Бөгөн редакция хеҙмәткәрҙәре башҡорт телендә сыҡҡан район баҫмаһына яҙҙырыу, тиражды нисек тә кәметмәү өҫтөндә дәррәү эшмәкәрлек итә. Ауылдарға сығып, ихата һайын йөрөп халыҡ менән телде һаҡлап ҡалыу тураһында һөйләшеүҙәр, аңлатыу эштәре алып бара.
Бер нимәгә лә ҡарамай, гәзитебеҙгә тоғролоҡ һаҡлап, уны алдырған уҡыусыларыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар булмаһын, улар хәлебеҙгә барыбер керә. Ҡыҙыҡлы ял сәғәттәре бүләк иткән, яңылыҡтарҙы еткереп торған, яҡташтарыбыҙҙың йәшәйешен үҙ биттәрендә яҡтыртҡан баҫмабыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙа үҙ көстәрен һала, “Инйәр”ҙе яҙмыш ҡосағына ташлауҙың енәйәт менән бер икәнен аңлай. Бына ошондай кешеләрҙә ысын башҡорт рухы йәшәй ҙә инде.
Туған тел, тарих, мәҙәниәт, матбуғат һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә. Әгәр туған телебеҙҙәге баҫма бөтөрөлһә беҙ бер бөтөн халыҡ була алмаясаҡбыҙ. Сөнки уның артынса телебеҙ, артабан тарихыбыҙ һәм башҡалар юҡҡа сығасаҡ. Һөҙөмтәлә башҡорт тигән халыҡтан ер йөҙөндә бер нимә лә ҡалмаясаҡ.
Гәзиткә ярты йылға, йә исмаһам өс айға булһа ла яҙылып тираж һанын арттырыуҙа булышлыҡ итергә теләмәүселәр халҡыбыҙ яҙмышының ыңғай яҡҡа хәл ителеүенә аяҡ сала. Өлкәндәргә алмашҡа килгән йәштәрҙең әүҙемлеге лә һиҙелмәй. Гәзитебеҙҙең ҡағыҙ вариантын алдырғылары килмәһә, хәҙер электрон ысулы бар бит. Интернет селтәренән “Инйәр”гә яҙыла алалар, хаҡы ла осһоҙ.
Төрлө зауыҡлы технологиялар алға киткән заманда йәшәйбеҙ, матур оло йорттар һалабыҙ, һәр кемдең тиерлек еңел машиналары бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, Аллаға шөкөр, матди яҡтан етеш йәшәйбеҙ, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рухыбыҙ ярлы.
Ҡәҙерле райондаштар, милләттәштәр! Аҡса юҡлыҡҡа һылтанмай, халҡыбыҙҙың милли рухын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән “Инйәр” гәзитенә яҙылыуҙы үҙебеҙҙән башлайыҡ.