Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Июнь 2020, 15:32

Көтөүгә лә күптән сыҡтыҡ

Тәүәкәс ауылында йәшәүсе Ғәлин Хәлит Зәкиулла улының хужалығы малсылыҡ тармағында инде бер нисә йыл эшләй.

Яҙмыш һынауҙары кешене сыныҡтыра тип халыҡ дөрөҫ әйткән. Үткән йылда ашлыҡтарҙы йыйып алыуҙа ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, Ғәлиндар малдарын бик яҡшы ҡышлатып сығарҙы һәм бөгөн ышаныслы аҙымдар менән алға табан барыуҙарын дауам итә.
Әлеге мәлдә ғаилә хужалығында 20-ләп һауын һыйыр, тоҡом үгеҙе һәм йәш быҙау-таналар аҫрала. Һөт продукцияһы эшҡыуар Йыһаншинға тапшырыла. Ит өсөн бер нисә үгеҙ һимертелә.
— Ҡышлау миҙгелен уңышлы үткәрҙек. Үҙебеҙ әҙерләгән бесән, фураждар яҙға тиклем етте, ҡытлыҡ кисермәнек. Малдарыбыҙ көр, һыйырҙар быҙаулап бөттө. Көтөүгә лә күптән сыҡтыҡ. Йәй миҙгелендә һауым кимәле лә күпкә арта, сөнки бөйрәкәйҙәр көнө буйы сифатлы, шифалы үлән менән туҡлана,-ти тынғыһыҙ хужа.
Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешер өсөн ныҡышмалылыҡ һәм хеҙмәтте һөйөү кәрәк. Шуға ла көндө-төнгә ялғап эшләй бөгөн ауыл кешеһе. Һис тә яңғырауыҡлы һүҙҙәр ҙә, арттырып, шаштырыу ҙа түгел — крәҫтиәндең көндәлек хеҙмәте был.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: