Район аграрийҙары яҙғы сәсеү кампанияһынан һуң дәррәү ҡышҡылыҡҡа бесән һәм сенаж әҙерләүгә күсте.
Аҙна башында уҡ ауыл ауыл хужалығы эшсәндәренең 90 проценты мал аҙығын әҙерләү менән мәшғүл ине. Район мәғлүмәт-консультация үҙәге агроном-консультанты Илшат Шәрәфетдинов был турала түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— Ошо көндәргә ҡарата барлығы 1104 гектар үлән сабылған. Шуларҙың 550-һе — гектар кәзә үләне, 200-ө — люцерна һәм 350 гектарҙан артығы башҡа төрлө ҡатнаш үләндәр. 655 тонна бесән һәм 848 тонна сенаж әҙерләнде. Шулай уҡ баҫыуҙарҙа ауыл хужалығы культураларын артабан тәрбиәләү саралары башҡарыла. Сәсеү майҙандары пестицидтар менән эшкәртелә, үҫентеләргә өҫтәмә минераль ашламалар индерелә.
Артур Сабитов хужалығында ла мал аҙығын етештереү буйынса эштәр әүҙем бара. Яландарҙа техникалар тәүлек әйләнәһендә гөрләп тора. Бында әлегә 90 гектар ерҙә кәзә үләне һәм 40 гектар талҡыш (етен) сабылған. Хужалыҡтың тырыш механизаторҙары Сергей Бухмастов, Виктор Васильев һәм Рәзил Самиков ал-ял белмәй ҡыҙыу миҙгелдә тир түгә.