Инйәр
+17 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
3 Июня 2020, 12:14
Сәсеүҙән һуң —бесәнгә
Күпселек хужалыҡтарҙа баҫыу эштәре теүәлләнә
күпселек хужалыҡтарҙа баҫыу эштәре теүәлләнә
Яҙғы сәсеү кампанияһы башланыу менән районыбыҙ хужалыҡтарының баҫыу-ҡырҙарында көнө-төнө агрегаттар гөрләй. Һәр КФХ, ауыл хужалығы предприятиелары мөһим бурысты тиҙ арала үтәргә тырышты. Ниһайәт, иген культураларын сәсеү эштәре ахырына яҡынлашты. Әйткәндәй, быйыл игенселәр өсөн һауа торошо ла тик ыңғай ғына булып торҙо, шуға күрә дым ҡаплау, бураҙналарға тос орлоҡтарҙы һалыу, ашлама индереү үҙ ваҡытында башҡарылды. Был иһә, яҡшы уңыш алыуҙың нигеҙе һанала.
1 июнгә ҡарата район буйынса барлығы 1798 гектар яҙғы бойҙай, 785 гектар арпа, 361 гектар майҙанда һоло, 576 гектар көнбағыш, 460 — рапс һәм 113 гектарҙа кукуруз сәселгән. Яҙғы һәм ужым культуралары яландарын ашлау, утау кеүек мөһим саралар үткәрелә. Сәсеү тамамланыу менән мал аҙығын әҙерләү башланасаҡ. Ағымдағы йылда ул план буйынса 60 мең тоннанан артыҡ тәшкил итә.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"