Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Июнь 2020, 16:33

Өләндәргә — лайыҡлы алмаш

Сәсеүҙе яҡшы кимәлдә үткәреп, яҡшы уңыш йыйырға насип булһын.

БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ауыл хужалығы сәнәғәте предприятиеларын санитар-эпидемиология талаптарын үтәүгә тикшереүҙәр дауам итә. Барлығы 198 ойошма тикшерелгән, ошо ваҡыт эсендә ни бары бер генә протокол төҙөлгән. Кешеләр башлыса бар талаптарҙы үтәй, сәсеү эштәрендә күптәр техника менән берәмләп-икешәрләп кенә эшләй.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
– Беҙ һеҙгә кәрәк булған бөтә нәмәне биреп торабыҙ, хатта йылы көндәр ҙә бирҙек. Сәсеүҙе яҡшы кимәлдә үткәреп, яҡшы уңыш йыйырға насип булһын.
Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы йыл һайын даими рәүештә үҙенең яландарында сәсеү эштәрен башҡара. Быйыл да хәстәрлекле хужалыҡ 20-шәр гектар арпа һәм борсаҡ, шундай уҡ майҙанда бойҙай сәсте. Беҙ килгәндә киң баҫыуҙа Ауырғазы күп профилле колледжынан (Толбазынан) ярҙамға килгән “Т-150” тракторы культивация үткәреү, ә “МТЗ-1221” бойҙай сәсеү менән мәшғүл ине. Мөһим эштә шулай уҡ филиалдың үҙ техникалары: “К-701” (штурвал артында Антипин Андрей) һәм “МТЗ” тракторҙары ла ҡатнашты. Ололар менән бергә быйыл колледждың II курс студенттары Сафин Данил, Комлев Юрий, Даниловский Денис та тир түкте. Был егеттәр киләсәктә трактор һәм машиналар паркын хеҙмәтләндереү мастерҙары һөнәре буйынса хеҙмәт итәсәк. Үҫмерҙәр баҫыу мәшәҡәттәрендә лә уҡыуҙағы кеүек ҙур тырышлыҡ күрһәтте һәм белгәндәрен тормошта һынап ҡараны.
Дилара Бәҙретдинова. Автор фотоһы.
Читайте нас: