“Уҡырға!”, “Белергә!”, “Хәтерләргә!” бәйгеһенә йомғаҡлау яһалды.
Республика кимәлендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Уҡырға!”, “Белергә!”, “Хәтерләргә!” конкурсы бик йөкмәткеле үтте. Һәр бер район сарала әүҙем ҡатнашты. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа мәртәбәле бәйгенән ситтә ҡалмай, районыбыҙҙы юғары кимәлдә күрһәтеүгә өлгәште.
Киң ҡолас йәйгән проект Мәжит Ғафури исемендәге йорт-музей тарафынан онлайн-форматта Бөтә Рәсәй “Музейҙар төнө — 2020” акцияһы сиктәрендә БР Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында уҙғарылды.
Убалар ауылының “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле (етәксеһе Ғ.М.Абдуллин) “Коллектив ҡатнашҡан өсөн” номинацияһына лайыҡ булһа, оло ҡатнашыусылар араһында “Әҙәби әҫәрҙе иң тасуири уҡыған өсөн” төркөмөндә Оҙондар мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы Лилиә Шәмсетдин ҡыҙы Ғәзизова еңеүсе тип иғлан ителде.