Илдәге ваҡытлыса сикләүҙәргә ҡарамай район мәктәптәре заман талаптарына яраҡлашып, әүҙем тормош алып барыуын дауам итә. Уҡыусылар интернет селтәрҙәре аша төрлө республика һәм район бәйгеләрендә ҡатнашып тора. 22 апрелдән 24-нә тиклем республика буйынса 1—4-се класс балалары өсөн башҡорт теленән интернет олимпиада ойошторолдо.