Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Июнь 2020, 17:05

Аҡыллыға ишара

Ошо риүәйәттең мәғәнәһе нимәгә ҡайтып ҡала, шуны аңлатып яуап яҙығыҙ…

Ошо риүәйәттең мәғәнәһе нимәгә ҡайтып ҡала, шуны аңлатып яуап яҙығыҙ…
Тауҙа бик уҫал эттәр менән көтөүселәр һарыҡ көткән. Уларҙың эргәһенән үтеп китергә кешеләр ҡурҡып торған. Бер көн юлаусы, һарыҡтар күренмәгәс, шул тирәләге юлдан барырға уйлаған. Аҙмы-күпме хәрәкәт иткәс, малҡайҙар күҙгә ташланған. Әммә, кире боролорға һуң була. Эттәр өрөп килеп тә етә, уны уратып, ташланырға йыйына. Мысафир: “Нимә булһа ла булыр”- ти ҙә ергә бер хәрәкәтһеҙ сүгеп ултыра. Эттәр уға яҡынайып, туҡтап ҡала. Шул мәл көтөүселәр уның янына килеп етә. “Һин дөрөҫ эшләгәнһең, хәрәкәтһеҙ генә тыныс ултырып. Шуға иҫән ҡалғанһың”,- тигәндәр.
Роза Ғәббәсова,
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас: