Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Июнь 2020, 17:03

Ҡаһарман яугир — подполковник Байдәүләт

Бәйдәүләт Яҡшыбай улы Хисмәтуллин

Районыбыҙҙан сыҡҡан данлыҡлы ил һаҡсылары араһында Тәүәкәс ауылы ир-уҙаманы Бәйдәүләт Яҡшыбай улы Хисмәтуллин мәртәбәле урын биләй.
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында үҙенсәлекле генә шарттарҙа таныштым был Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән. Хәсрәт түгел, хәстәр таныштырҙы беҙҙе. Күкрәге тулы орден-миҙалдары кеүек, үҙе лә ихлас йылмайып торған кеше ине ул. Тормош иптәшем — Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты студенты. Хужалыҡ эштәре буйынса ректор урынбаҫары булып эшләгән Байдәүләт ағай райондашы, ҡаҡса кәүҙәле, шул уҡ ваҡытта теремек кенә ир-егетте газовик һөнәренә уҡытып ала һәм дәрестәрҙән һуң, төндә газ ҡаҙанлығына дежур итеп тәғәйенләй.
Беҙ, ауылдан сыҡҡан йәштәр, шул уҡ ваҡытта ғаиләле, балалы кешеләргә бында эшләп алған аҙмы-күпме аҡса оло ярҙам ине. Була бит эскерһеҙ хәстәрлекле йән эйәләре. Әле лә уға рәхмәтлемен.
1924 йылдың мартында донъяға килеп, данлы юл үткән Байдәүләт Хисмәтуллин Могилев хәрби училищеһында уҡый. Күп тә үтмәй, һуғышҡа оҙатыла. Ҡанлы ғәрәсәттең тәүге көндәренән алып, Еңеү менән тамамланғанға тиклем оҙайлы һуғыш юлы үтә. Хәрби белемле ирҙе Көнсығыш хәрби округына ебәрәләр. 1961 йылға тиклем ошо эшенән айырылмай ул. Ә отставкаға киткәндән һуң, тыуған Башҡортостанына ҡайта. Бында инде ғәҙәти тыныс тормошҡа хас шөғөлдәрҙе үҙләштерә. “Башкир-Уралэнергострой” тресында һәм Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында эшләй.
Егерменән артыҡ миҙал, “Ҡыҙыл йондоҙ”, “I дәрәжә Ватан һуғышы”, “Дан” орденының тулы кавалеры булған подполковник ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем тыуған районы һәм ауылы менән бәйләнешен өҙмәй. Уның хаҡындағы яҡты иҫтәлек тәүәкәстәр күңелендә генә түгел, ә райондаштар хәтерендә лә оҙаҡ һаҡланыр.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: