Крәҫтиән хужалыҡтары һауа шарттары яҡшы һәм ер ярайһы уҡ дымлы саҡта мөһим кампанияны ваҡытында башҡарыр өсөн бар тырышлығын һала.
Район ауыл хужалығы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, яҙғы сәсеү эштәренең 70 проценттан артығы башҡарылған. Барлығы 1580 гектар яҙғы бойҙай, 460 гектар майҙанда көнбағыш, 350 гектар — рапс, 90 гектар арпа һәм 210 гетарҙа вика-һоло сәселгән. Яҙғы сәсеүҙең дөйөм майҙаны 2690 гектар тәшкил итә. 1449 гектар ужым культураларына ашлама индерелгән. Оҙаҡламай игенселәр ауыл хужалығы культураларына агрохимик саралар үткәрелә башлаясаҡ.
“Сабитов” КФХ-да яҙғы баҫыу эштәре һуңғы майҙандарҙа башҡарыла. Березовка ауылы янындағы 170 гектар яланда “МТЗ-80” тракторында Рәзил Самиков һәм “МТЗ-82”-лә Сергей Бухмастов вика-бойҙай сәсеү менән мәшғүл. Рәфис Рамазанов “Т-150” штурвалы артында тупраҡты дискылай. Ауырғазы күп профилле колледжының III курс студенты Артем Новиков та “тимер ат” ты йүгәнләп өлгөргән. Наил Ғәлиуллин “Дон-680” тракторында сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләй.
— Эш яҡшы ойошторолған. Орлоҡтар етәрлек кимәлдә. Сәсеү ырамлы барғанда көнөнә 20 гектарҙан күберәк майҙанды үтеп була. Төшкө һәм киске ашты бында уҡ килтерәләр, хеҙмәт хаҡы ла ҡәнәғәтләнерлек, -тип сәсеү мәшәҡәттәре менән таныштырып үтте төшкө ялға туҡтаған Рәфис Самиков.