Инйәр
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Май 2020, 16:35

Китап тип йән атыусылар.

Китапхана уның өсөн серле әкиәт донъяһы

Тәүге осрашыуҙа уҡ был мөләйем йәш ханым минең күңелемдә тик матур, яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ниндәй генә тормош ҡатмарлыҡтары булмаһын, Эльзидәнең йөҙө һәр саҡ асыҡ, ул кешеләрҙе үҙенә тартып, йөрәк йылыһын һәр кемгә тигеҙ бүлергә тырыша. Уның кеүек ихлас, асыҡ, теремек һәм һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр менән бергә аралашып йәшәү рухты күтәрә.
Абҙан ауылында ғүмер иткән Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы һәм Әхәт Миңлебай улы Хәсәновтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән ҡыҙ китапханасы әсәһенән бер тотам да ҡалмай уның эш еренә йөрөргә ярата.
— Сабый сағымда китапхана минең өсөн серле әкиәт донъяһын хәтерләтә ине. Унда кереп инеү менән ҡағыҙ еҫенең танауға бәрелеүе һаман дә хәтеремдә, бигерәк тә яңыларының. Әсәйем китап тип йән атыусы кеше булды. Ул кешеләргә гәзит-журнал эҙләй, кәрәкле сығанаҡтар таба, исемлек тултыра, кәңәштәр бирә, төрлө сараларға әҙерләнә. Ғәмүмән, китапханасының эше мауыҡтырғыс та, тынғыһыҙ ҙа. Үҙ мәшәҡәте менән булған мәлдә мин шым ғына балалар китаптарын, төрлө журналдарҙы аҡтарам, сағыу һүрәттәрен ҡарайым, ижекләп-ижекләп әкиәттәр уҡыйым. Аҙаҡ үҫә төшкәс тә ошо ғәҙәтемә тоғро ҡалдым, китап донъяһы минең яратҡан төйәгемә әйләнде.
Абҙан мәктәбен тамамлап, сауҙа техникумына уҡырға индем. Ҡулыма диплом алғас, үҙемдең күршем Айҙарға кейәүгә сыҡтым. Туйҙан һуң Талбазыға күсеп киттек. Тик сит яҡтарҙы үҙһенә алмай, барыбер тыуған еребеҙгә ҡайттыҡ. Ауылда бер ни тиклем ваҡыт сауҙа өлкәһендә эшләп алырға тура килде. 2012 йылда ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәни саралар ойоштороусыһы вазифаһын тәҡдим иттеләр. Бик шатланып ризалаштым. Махсус белем кәрәк булыу сәбәпле, Стәрлетамаҡ сәнғәт техникумына документтарымды тапшырып, уны уңышлы тамамланым. Шулай итеп хеҙмәт юлым мәҙәниәт донъяһында башланып китте. Был йүнәлеш миңә яҡын, сөнки үҙем сәнғәт һөйөүсе кешемен, тормош иптәшем музыка ҡоралдарында уйнай, тауышы моңло. Ҡыҙҙарыбыҙ Алһыу һәм Айгизә лә бейергә, йырларға, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға ярата. Улар менән төрлө бәйгеләрҙә һәм башҡа республика, район кимәлендә ойошторолған сараларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулайбыҙ.
Әсәйем хаҡлы ялға киткәс, күп уйламай уның белем һарайын үҙем ҡабул итеп алып, китап донъяһына сумдым. Был вазифала аҙмы-күпме эшләгәс, урыным ошонда икәнен аңланым. Эйе, китапхана шундай мөғжизәле, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналы, серле бер киң даръя. Әгәр һин бер тапҡыр ошонда сумһаң, башҡа бер ваҡытта ла унан айырыла алмаясаҡһың.
Китапхана — халыҡҡа рухи тәрбиә һәм мәҙәни белем биреү үҙәге. Яңы китаптарҙың исем туйҙары, билдәле әҙиптәрҙең ижадына, тормош юлына арналған һәм башҡа календарь-тематик байрамдарҙы, музыкаль кисәләрҙе, төрлө фәһемле, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙы даими рәүештә үткәрә торған ер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡиғалар сыуалышы сәбәпле, улар хәҙер онлайн рәүештә ойошторола. Төп эшемдән тыш, “Ҡурай” бейеү һәм “Халҡым теле — хаҡлыҡ теле” тигән сәсәнлек түңәрәге алып барам. Мәҙәниәт йорто, мәктәп менән тығыҙ бәйләнештәмен.
Абҙан китапханаһының фонды бай. Яңы китаптар алдырабыҙ, иҫкеләрен рәтләйбеҙ, ипкә килтерәбеҙ. Бынан тыш, төрлө йүнәлештәге матбуғат баҫмаларына ла яҙылабыҙ. Халыҡ мәҙәни усаҡҡа теләк менән йөрөй. Һуңғы арала ул ситтән ҡайтҡан студенттарҙың яратҡан урынына әйләнде, тип әйтһәм дә хата булмаҫ,- тип үҙ һөнәре тураһында бәйән итте китапханасы Эльзидә.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас в