Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
22 Май 2020, 16:44

Кишер уңһын тиһәгеҙ

Кишерҙе йомшаҡ, уңдырышлы тупраҡлы урынға бураҙна яһап ултыртырға кәрәк.

Кишерҙе йомшаҡ, уңдырышлы тупраҡлы урынға бураҙна яһап ултыртырға кәрәк.
Бер урынға ике йыл рәттән был йәшелсәне сәсмәйҙәр. Ул кәбеҫтә, һуған, ҡыяр, сөгөлдөр үҫкән урынды ярата. Түтәл даими йомшартылып торорға тейеш.Ере ҡатып китһә, был тамыраҙыҡ насар үҫәсәк. Кишер һирәк булып сыҡһын өсөн уны көлгә бутап сәсегеҙ. Орлоҡ шытып сығыу менән шыйыҡ ҡына марганцовка эретмәһе һибегеҙ. Кишер себененә нашатырь спирты эретмәһе лә файҙалы.Кишер тиреҫ яратмай. Органик ашламалар күп булһа, ул кәкрәйеп, әсе булып үҫә. Июлдә 20 көн ара менән бор кислотаһы эретмәһе менән туҡландырығыҙ. Августа түтәлгә көл һипһәң, ул тағы ла эреләнеп китә,тәме лә тәмләнә. Һыуҙы 5-6 япрағы сыҡҡансы даими һибеп торорға кәрәк. Һуңынан тамыры оҙонайһа, ул дымды үҙе таба. Күп һыу ҡойһаң, тамыр ярыла.
Д.Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: