Инйәр
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Май 2020, 15:34

Хәүефһеҙ һәм сәләмәт ял

Ниһайәт, түҙемһеҙләнеп көткән йәмле йәйгә аяҡ баҫып киләбеҙ.

Башҡортостан республикаһы башлығы Радий Фәрит улы белдереүенсә, лагерҙарҙа ремонт эштәрен башҡарыу өсөн аҡса бүленгән, тик уларҙы артыҡ сарыфламай ғына тотонорға кәрәк.
Хөкүмәт вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров:
— Әлеге ваҡытта балаларҙың йәйге ялы һәм һауыҡтырыуҙы ойоштороу буйынса ойошмалар реестрын булдырыу эше алып барыла. Бөгөнгә уға алдан планлаштырған 2630 лагерҙың 2081-е ингән. 549 лагерь инмәне, уларға эш башлар өсөн санитария-эпидемиологик ҡарар алырға кәрәк. Әммә Гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре урындарға сыға алмау сәбәпле эш туҡтап торҙо.
Ниһайәт, түҙемһеҙләнеп көткән йәмле йәйгә аяҡ баҫып киләбеҙ. Оҙаҡламай балаларҙың оҙайлы каникулдары башлана. Быйылғы уҡыу йылының көсөргәнешле тамамланыуы уҡыусыларҙың, бигерәк тә башланғыс класс балаларының хәл-торошона тәьҫир итмәй ҡалманы. Шуға күрә һәр кем йәй миҙгелен рәхәтлдәнеп ял итеп, сынығып, күңелле, хәүефһеҙ һәм файҙалы итеп үткәрергә теләй.
Быйыл балаларҙың йәйге ялы ойошторолормо? Был һорау балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә бик борсой. Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы янағанда, 28 марттан 1 июнгә тиклем йәйге ялға әҙерлек һәм Һауыҡтырыу ойошмаларына юлламалар һатыу туҡтатылып торған ине.
Йәйге ялды ойоштороуға әҙерлек эштәре 12 майҙан тергеҙелде. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың түләүһеҙ ял итеүен һәм сәләмәтлеген нығытыуын быйыл урындағы үҙидаралыҡ ойошмалары тәьмин итәсәк. Ғаризалар район мәғариф бүлегендә ҡабул ителә. Барлыҡ лагерҙар ҙа һауаны зарарһыҙландырыу ҡорамалдары, контактһыҙ термометрҙар, антисептиктар менән тәьмин ителергә тейеш. Бының өсөн 1402 мәктәп яны лагеры өсөн 11 миллион 216 мең һум кимәлендә аҡса кәрәк.
Йыл һайын йәйге айҙарҙа ял итеүҙең иң уңайлы формаһы булып белем биреү усаҡтарында ойошторолған көндөҙгө ял итеү үҙәктәре һанала. 2020 йылдың йәйендә районда 920 тәрбиәләнеүсене хеҙмәтләндерәсәк: 15 көндөҙгө, шулай уҡ 100 кешелек 4 хеҙмәт һәм ял итеү, 60 балалыҡ 3 палаткалы, “Балалар ижады һәм спорт үҙәге “Импульс”ҡа ҡараған 2 спорт һәм “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубының 1 туризм йүнәлешендәге лагерҙарының эше планлаштырылған. 700-ҙән артыҡ бала өсөн күп сығым талап итмәгән ял итеү алымдары ҡулланыласаҡ. Улар иҫәбенә ял көндәрендәге походтар, төрлө экскурсиялар, экологик һәм туристик слеттар инә.
Белем һәм тәрбиә биреү учреждениелары нигеҙендә ойошторолған ял итеү усаҡтарында “Хәтер һәм дан йылы” һәм башҡа темаларға арналған профиль сменалар булдырыласаҡ. Көндөҙгө лагерҙарҙарҙың 1-се сменаһы 13 июлдән 2 авгусҡа, ә 2-се смена 3 августан 23-нә, хеҙмәт һәм ял итеү лагерҙары 3 августан 9-на тиклем эшләйәсәк, палаткалы лагерҙар август айында үткәреләсәк. Балаларҙың ял итеү һәм һаулыҡтарын нығытыу лагерҙарының әҙерлеген махсус комиссия тикшереп, ҡабул итәсәк. Улар составына энергетика хеҙмәткәрҙәре лә индерелде.
Елена Самохатняя,
район мәғариф бүлегенең тәрбиәүи эштәр, балаларҙың ялын һәм сәләмәтлеген ойоштороу буйынса методисы.
Читайте нас