Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Май 2020, 14:47

Гөрләй ялан, гөрләй йәйләү

Район ауыл хужалыҡтары яҙғы мәшәҡәттәрҙә ҡайнай.

Район ауыл хужалыҡтары яҙғы мәшәҡәттәрҙә ҡайнай. Бер ай элек башланған ялан эштәре тамамланыуға бара. Һуңғы арала яуым-төшөмдөң күп булыуы сәсеү кампанияһы темпын бер аҙ түбәнәйтһә лә ҡурҡыныс юҡ, игенселәр өсөн иң ҡулайлы һауа шарттары урынлаша.
Бөгөн баҫыуҙарҙа барлығы 20 тиҫтәнән артыҡ техника эшләй. 1345 гектар яҙғы бойҙай, 440 гектар көнбағыш, 350 — рапс һәм 210 гектар майҙанда һоло сәселгән. Яҙғы сәсеүҙең дөйөм майҙаны 2345 гектар тәшкил итә (план буйынса 40 проценттан артыҡ). Райондың барлыҡ ауыл хужалығы предприятиелары 1449 гектар баҫыуҙа ужым культураларына өҫтәмә ашлама индерҙе.
Малсылыҡ өлкәһендә лә ҡышлау миҙгеленән һуң малдарҙы йәйләүҙәргә сығыу саралары башланды. Әлеге мәлдә “Инйәр” ЯСЙ-һы һәм “Швейкина” КФХ-ының һауын һыйырҙары көтөүҙә. Ошо арала “Үҙәк” МТС-ының “Еҙем” һөтсөлөк фермаһы ла йәйге лагерға күсәсәк.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: