Инйәр
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Май 2020, 14:55

Иркенләп йөрөү әлегә рөхсәт ителмәй

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәнең ҙур өлөшө ҡурсаланыу режимынан сығыу һәм иҡтисади эшмәкәрлекте йәнләндереү мәсьәләләренә арналды. Шулай уҡ Радий Хәбиров кисә ил Президенты Владимир Путиндың халыҡҡа мөрәжәғәтенә туҡталды. Владимир Владимирович балалы ғаиләләргә һәм иҡтисадҡа ярҙам төрҙәре тураһында белдергәйне. Радий Фәрит улы тиҙ арала был йәһәттән эште башларға ҡушты.
Төбәк етәксеһе шуға иғтибар итте: республикала юғары әҙерлек режимы һаҡланып ҡала, үҙ-үҙеңде изоляциялау әлегә тулыһынса ғәмәлдән сыҡмай.
– Юғары әҙерлек режимы һаҡлана. Ул барлыҡ дәүләт, муниципаль органдар һәм учреждениелар, ойошмалар һәм предприятиелар өсөн ҡала. Үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы тулыһынса бөтмәй әле. Быға ҡағылышлы норма һәм ҡағиҙәләр күп, – тине Радий Хәбиров.
Режим 65 йәштән өлкәндәр, хроник сирҙәре булған кешеләр һәм уҡыусы балалар өсөн һаҡлана. Тәүгеләре иртәнге сәғәт 6-нан киске 6-ға тиклем, уҡыусылар көндөҙгө 2-нән киске 8-гә тиклем урамға сыға ала. Тәүлектең башҡа ваҡытында был кешеләр өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә ҡала.
Сит илдәрҙән, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа эпидемиологик яҡтан хәүефле төбәктәрҙән ҡайтҡан, сирлеләр менән бәйләнештә булған кешеләр шулай уҡ режимды һаҡларға тейеш.
Бынан тыш, битлек һәм бирсәткә кейеү мотлаҡ. Бөгөндән парктар һәм скверҙар асыла, тик бында ла ҡағиҙәләр үтәлергә, кешеләр социаль арауыҡ һаҡларға, һаҡланыу саралары ҡулланырға тейеш. Парктар төнгөлөккә ябыласаҡ.
Эшкә сығыуға килгәндә, Радий Фәрит улы тыйылған тармаҡтарҙы атап үтте. Был - төнгө клубтар, кинотеатрҙар, секциялар, түңәрәктәр, балалар күңел асыу үҙәктәре, фитнес-үҙәктәр, бассейндар һәм башҡа спорт объекттары, ҙур сауҙа үҙәктәре, мунса һәм сауналар. Башҡа тармаҡтар барлыҡ санитар талаптарҙы иҫәптә тотоп эшләй башларға тейеш.
Тағы бер яңылыҡ: 12 майҙан үҙмәшғүлдәргә эшләү рөхсәт ителде.
– Барлыҡ санитария-эпидемиологик ҡағиҙәләр һәм нормаларҙы үтәгән саҡта махсус һалым режимы булған үҙмәшғүлдәргә эшләргә рөхсәт итәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Читайте нас в