БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов:
— Быйыл яҙ иртә килде. Үткән йыл менән сағыштырғанда, эштәр ике тапҡыр йылдамыраҡ бара. Ауыл хужалығы предприятиеларында хәүефһеҙлек сараларын үтәүгә ҙур иғтибар бүленә. Тикшереү үткәреү өсөн яуаплы кешеләр билдәләнгән.
Илдәге ҡатмарлы эпидемиологик хәл булыуға ҡарамаҫтан, республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла сәсеү кампанияһына старт бирелде. 8 апрель район аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә төштө. Бөгөн ауыл хужалығы предприятиелары тарафынан 355 тонна минераль ашламалар булдырылған. 40 тонна күләмендә бөртөклө культуралар ағыуландырылған.
— Игенселәр алдында, тәү сиратта, ерҙең дымын ебәрмәү бурысы тора. Сөнки белгестәр фаразлауынса, бер тәүлектә ер 70 тоннаға тиклем дым юғалта икән. Хәҙер иһә, бөтә тырышлыҡ дым ҡаплауға йүнәлтелә. Дым ҡаплағандан һуң, был күрһәткес икеләтә кәмей.
Районда 350 гектар майҙанда тырматыу эштәре башҡарылған. 540 гектар баҫыуға минераль ашлама индерелгән. Һауа торошо ыңғай торған осраҡта механизаторҙар сәсеүҙе тиҙ арала тамамларға ниәтләй,-тип эш барышы тураһында һөйләп үтте район мәғлүмәт-консультация үҙәге агрономы Илшат Шәрәфетдинов.