Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Май 2020, 14:14

“Инйәр”ебеҙ — тормош көҙгөһө

туған баҫмабыҙҙың яҡынлашып килгән юбилейы айҡанлы

Бына, ниһәйәт, районыбыҙҙың башҡорт телендә сыҡҡан “Инйәр” гәзитен ҡулыбыҙға алыуға 20 йыл ваҡыт үтеп тә китте. Бер ҡараһаң, әллә ни ҙур юбилей ҙа түгел кеүек, әммә һәр башланғысҡа ваҡыт үҙе баһа бирә.
Тиңдәр араһында тиң булып йәшәгән Башҡортостан республикаһы күп милләтле дәүләт тип һанала. Башҡортостан башҡорт халҡының тарихи төйәге, этнос булараҡ үҙен, туған телен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалырлыҡ берҙән-бер тыуған бишек ул. Башҡорттар — төп аҫаба халыҡ булыуы менән бергә республикаға исем биргән халыҡ та.
Республикабыҙҙың үҙ гербы, гимны, дәүләт флагы бар. Күп тырышлыҡтарҙан һуң, 1999 йылда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “БР халыҡтары телдәре тураһында”ғы ҡанун ҡабул итте. Ошо ҡарар нигеҙендә туған телебеҙ — башҡорт теленең статусы күтәрелде.
Башҡорт телендәге ҡала-район гәзиттәре булдырылды. Шул иҫәптән беҙҙең районда ла рус телендәге гәзиттең күсермәһе (дубляжы) урынына үҙ аллы башҡорт баҫмаһы барлыҡҡа килде. Әммә ул ҡарар ҙа еңел генә хәл ителмәне. Ул саҡтағы район башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаларына быға айырыуса күп көс һалырға тура килде. Уларҙың күптәре гүр эйәһе инде. Урындары йәннәттә булһын.
Халыҡтың изге хыялын тормошҡа ашырыуҙа ул саҡтағы район хакимиәте башлығы Вәсил Кинйәғоловтың тырышлығы ла баһалап бөткөһөҙ.
Өс йылға яҡын “Архангельский вестник” редакцияһы бинаһындағы ике бүлмәлә, өсәр-дүртәр кеше бергә яҙышҡанда ижади эш тураһында фекер йөрөтөү, әлбиттә, мөмкин түгел ине. Торараҡ айырым бина, машина, компьютерҙар һәм башҡа техник ҡорамалдар менән тәьмин ителде. 2000 йылдың 4 майынан 400 дана тираж менән башланып киткән “Инйәр” гәзите 2004 йылда 1420 данаға тиклем үҫте. Бының артында редакция хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ хеҙмәте тора. Әлеге көндә “Инйәр”ҙе алып барыусылар Гөлшат Закирова менән Гөлназ Фәтҡуллина баҫманың тәүге көндәренән үк эшкә килеп, үҙҙәренең һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалыусылар. Ошо егерме йыл эсендә (төрлө йылдарҙа) эшләгән Эльвира Сәфәрова, Фазлый Ғәлиәхмәтов, Ришат Гәрәев, Гөлирә Фәйрүзова, Азамат Әлмөхәмәтов, яуаплы секретарь Фәнизә Рамазанова, машинала баҫыусы Гөлдәр Ҡотләхмәтова, компьютерҙа версткалаусы Гөлнур Йосопова, корректор Гөлнур Шиһабетдинова, Рәғиҙә Ғиззәтуллина, Альберт Рәхимов, Дилара Бәҙретдинова, Миләүшә Бәширова, Айһылыу Мөхәмәтйәнова һәм башҡалар “Инйәр”ҙең зауыҡлы, йөкмәткеле, мәғлүмәтле булыуында тәрән көс һалыусылар. Гәзитебеҙҙең тәүге көнөнән башлап мөхәррир вазифаһын башҡарған Айрат Сирбаев, Жәлил Мөхәмәтйәнов, Сәхибә Ишбулдина үҙҙәренә тапшырылған эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡарырға тырышҡанлыҡтарын яҡшы беләбеҙ. 2,8 йыл самаһы ваҡыт үткәндән һуң миңә лә был “арбаға егелергә” тура килде.
Әйтергә кәрәк, эш еңелдән бирелмәне: тираж аҙ кимәлдә, ни бары 800 дана, тәғәйен бина юҡ, “Архангельский вестник”ка өйҙәшбеҙ. Әммә, тәүәкәлләгән, таш йотҡан, тигәндәй, үҙебеҙҙең Абҙанда ике ҡатлы мәктәп һалдырған кешегә был мәшәҡәттәр аптыратманы. Шулай ҙа “бер йылға ғына” тип саҡыртылып алынһам да, ошо арауыҡта әллә ни ҡаты эш күрһәтеү мөмкин булманы.
Редакция хеҙмәткәрҙәре менән райондың башҡорт, татар ауылдарында, башҡорттар күпләп йәшәгән Баҡалды, Благовещенка, Максим Горький һәм башҡа ауылдарҙағы һәр йортта тиерлек булып, “башҡорттарға башҡортлоҡто” аңлатыу эшенә тотондоҡ. Тырышлыҡ юҡҡа булманы: тиражды 1420 данаға еткерҙек.
Артабан гәзит уҡыусыларыбыҙҙың теләк-тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, баҫмабыҙҙың йөкмәткеһе өҫтөндә лә ныҡышмалы эш дауам ителде. Өсөнсө мәсьәлә- гәзитебеҙҙе башҡа райондар араһында танытыу, ижади конкурстарҙа ҡатнашыу һәм еңеү яулау.
Шул осорҙағы министрҙарыбыҙ Зөфәр Тимербулатов, Борис Мелкоедов беҙҙе һәр саҡ ҡурсалап, ярҙам итеп торҙо. Төрлө бәйгеләрҙә дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуандыҡ. Беренселәрҙән булып, Мәскәүҙә үткән “Матбуғат- 2006” Алтын фондына индек. Ул саҡта мөхәррир урынбаҫары Гөлшат Закирова башҡорт милли кейемендә әүҙем хәбәрсе генә түгел, милли аш-һыу оҫтаһы булараҡ та танылыу яулап ҡайтты. Ә хәҙер ул 12 йыл “Инйәр”ҙең алыштырғыһыҙ мөхәррире генә түгел, ә Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһын да уңышлы алып барыусы.
Бөгөнгө гәзиттең йөкмәткеһе йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек түгел. Тормоштоң барлыҡ өлкәләре лә яҡтыртыла, гәзитте ҡулына алған һәр кеше район һулышы менән хәбәрҙар. Берәүҙәр яңы технологиялар менән мауығып китеп, ташҡа баҫылған гәзитте ҡыҫырыҡлай икән, был бик үкенесле күренеш. Нисек кенә булмаһын, “Инйәр”ебеҙ – тормош көҙгөһө, кешеләр яҙмышы. Ул ҡыҙыҡлы, фәһемле, ғибрәтле хәл-ваҡиғаларҙы хәбәр итеүсе. Уҡыусы күңеленә милли рух көсөн, кешелеклелек ҡөҙрәтен, шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек кеүек илаһилыҡ булмыштарын илтеүсе. Гәзитле, китаплы өйҙән бала мәктәп эсендә генә түгел, тормошта ла әүҙем. Матбуғат уҡыған һәм унда даими яҙышҡан һәр кем тормошҡа аҡыл кимәленән сығып баһа бирәсәк. Бына шуға ла беҙ, ғаиләләге өлкән һәм урта быуын, балаларҙың айыҡ зиһене ҡаҡшамаһын өсөн гәзит-журнал, китапҡа өҫтөнлөк бирергә бурыслы.
Барлыҡ башҡорт һәм татар милләтлеләр, уҡытыусылар коллективтары, халҡы өсөн янып йәшәгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, ауыл старосталары, милләт рухына тоғролоҡ һаҡлаған районыбыҙ халҡы –“Инйәр”ҙе 20 йәшлек юбилейы менән ҡотлар, киләһе йылдарҙа ла гәзитебеҙҙән айырылмаҫ тигән ышаныста ҡалам. “Инйәр”ҙең үткәне лә, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә мине ныҡ борсой. Уның алдағы юбилейҙарын да күрге килә.
Ихтирам менән гәзиттең 2003-2012 йылдарҙағы тормошонда ҡайнаусы Нәсиә Йосопова, педагогик хеҙмәт ветераны, Абҙан ауылы.
Фото. Редакция хеҙмәткәрҙәре.2005 йыл.
Читайте нас: