Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Май 2020, 15:40

Дуҫтар менән бер сафта, йырлап барам парадта

Илебеҙгә, еребеҙгә яҡты нурҙарын һибеп, матурлыҡҡа төрөнөп 1 Май байрамы килә.

Илебеҙгә, еребеҙгә яҡты нурҙарын һибеп, матурлыҡҡа төрөнөп 1 Май байрамы килә. Ул ябай хеҙмәт кешеһенең тырышлығын, ирешелгән еңеүҙәрен, тыныс тормошто, яҙҙы данлай. Ошо иҫтәлекле көндө төрлө быуын кешеләре үҙенсә ҡабул итә, уға бәйле яҡты хәтирәләр уларҙы ғүмер дауамында оҙатып килә.
Рәйес Мостафин, Тәүәкәс мәктәбе директоры:
— Рәсәйҙә 1 Май байрамы 1890 йылдан алып, Бөтә донъя эшселәр көнө булараҡ, билдәләнә башланы. Октябрь революцияһынан һуң ул рәсмиләште. Ә 1990 йылдың 1 майында СССР һәм КПСС һуңғы тапҡыр рәсми демонстрацияла ҡатнашты. 1992 йылдан эшселәр байрамы Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы тип үҙгәртелде.
Йәш саҡта, беҙ, курсташтар менән йыл һайын үҙ иркебеҙ менән байрам демонстрацияһына сыға торған инек. Күңелдәрҙә байрам тантанаһы, шатлыҡ хөкөм һөрҙө. Йәштәр ҙә, ололар ҙа хатта балалар ҙа шарҙар, флагтар, ҡәнәфер сәскәләре тотоп, байрамса кейенеп, урамдар буйлап үттек. Барыһы ла бәхетле йылмая, йырлай, бейей. Ошо мәлдәрҙе бик һағынам. Халыҡ та ул ваҡытта ябай, эскерһеҙ һәм берҙәм булды.
Ғәлей Төгөлбаев, Архангел ауыл биләмәһе башлығы:
— Ваҡыт үтһә лә минең өсөн 1 май һаман Хеҙмәт, Тыныслыҡ, Дуҫлыҡ, йылмайыу һәм шатлыҡ байрамы булып ҡалды. Беҙҙең йәштәгеләрҙең барыһы ла тап шулай уйлайҙыр ҙа.
Иртә таңдан бөтә ерҙә күңелле йырҙар яңғырай. Ҡулдарына дәртләндергес лозунгылар, плакаттар, төрлө төҫтәге шарҙар, сәскә бәйләмдәре тотоп халыҡ майҙанға йыйыла. Бер ниндәй көсөргәнешлек булманы, һәр кем ошо тарихи ваҡиғаға үҙе теләп килер ине. Тап ошо яҙ байрамы иҫкә төшкән һайын йөрәк татлы һағыш менән тула. Уны бер нимә менән дә алыштырыу мөмкин түгел, ул мәңгелек. Тауышты көсәйтеүсе аша яңғыраған һәр девизды, саҡырыуҙарҙы һәм “Ура-а-а!” -ға ҡушылып “Ура-а-а!”-тип яуаплай торғайныҡ. Был көн һәр совет кешеһе өсөн мөһим һәм ҡәҙерле булды. Мин ошо дәүергә эләгеп ҡалыуым менән бәхетлемен.
Фәйрүзә Сәләхетдинова, хаҡлы ялда:
— Май байрамын көтөп алам. Йәш саҡта хеҙмәттәштәр менән халыҡ йыйынына сыға инек. Ә һуңғы ваҡытта ул күберәге ғаилә байрамына әйләнде. Балалар ялға ҡайта йәки үҙебеҙ туғандарға ҡунаҡҡа барабыҙ. Баҡса эштәре менән булышабыҙ, шешлек бешерәбеҙ. Ҡайһы йылда, көн аяҙ булған мәлдә, урманға ла сығып киләбеҙ. Хәҙер 1 май йыл һайын ҡәҙимгесә ғаилә эсендә генә үтә.
Бөгөн тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ, аҡ һәм ҡара төшөнсәләренең мәғәнәләре үҙгәргән заманда йәшәйбеҙ. Ил эсендәге төрлө аңлайышһыҙ хәл-ваҡиғалар ҡайһы мәл эсте бошора. Бына шул ваҡыттарҙа ошондай халыҡтарҙы берләштергән ябай байрамдарҙы бигерәк һағынам.
Филүс Бадранов, Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы директоры:
— 1 Май оҙаҡ йылдар хеҙмәт кешеләренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек байрамы булды. Был көн ҡояшлы һәм йылы көндәр менән бергә кешеләрҙә яңы өмөттәр яралыуын, яңы ынтылыш барлыҡҡа килеүен аңлата. Хеҙмәт коллективтары, милләтебеҙ киләсәге өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән, ил һәм республика именлеге һағында торған, милләт-ара татыулыҡ һәм толерантлыҡ гаранты булған, иртәгәһе көнгә ышанысты арттырған кешеләр байрамы тип һанайым.
Май байрамын йыл һайын көтөп алабыҙ. Элек мәктәптә уҡыған саҡта класс менән тәбиғәт ҡосағына сыға торған инек. Егет ҡорона еткәс, Инйәр буйында усаҡ яғып, йырҙар йырлап ултырыу ғәҙәткә инде. Бөгөн, ғаилә башлығы булараҡ, был көндә ғәҙәттә ихата, баҡса эштәре менән булышам, тормош иптәшем тәмле байрам табыны әҙерләй. Балаларҙы шешлек ҡыҙҙырып һыйларға тырышам. Ата-әсәйҙәргә ҡунаҡҡа барабыҙ, уларға ярҙам итеп китәбеҙ. Ғөмүмән, был көн ауылда байрам кәйефе һиҙелә. Һәр ихатала йыр-моң ағыла, кемдер сүп таҙарта, икенсе берәүҙәр ер ҡаҙый, ағастарҙың олондарын аҡлай, ҡалаларҙан ҡунаҡтар ҡайта.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас: