Инйәр
+16 °С
Дождь
Төрлөһөнән...
30 Апреля 2020, 09:28
Телде белгән — илдәр гиҙгән.
Инглиз теле донъяла иң таралған телдәрҙең береһе булып һанала.
Инглиз теле донъяла иң таралған телдәрҙең береһе булып һанала.Ул — Британияла, АҠШ-та һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә рәсми тел, БМО-ның алты рәсми теленең береһе.
Бөгөн сит телдәрҙе өйрәнеү бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай. Инглиз теле тураһында әйтеп торорға ла кәрәк түгел. Уны ирекле рәүештә үҙ аллы, өйҙә рәхәтләнеп һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙләштереп була. Халыҡ-ара телде белеү кеше алдында бик күп юлдар аса: социаль селтәрҙәрҙә, скайпта, сәйәхәт иткәндә, сит ил кешеләре менән ирекле рәүештә аралашыуға, эш алып барырға, музейҙарҙа, тарихи-мәҙәни урындарҙа йөрөп, файҙалы мәғлүмәттәр, ҡыҙыҡлы факттар туплауға мөмкинлек бирә.
Телде уҡытыуҙа йәки өйрәнгәндә иң мөһиме — үҙенсәлекле һәм аңлайышлы алым табыу. Ул ҡыҙыҡлы һәм эмоциональ яҡтан бай булһа, үҙләштереү файҙаға буласаҡ. Инглиз телен туған тел менән бер рәттән бәләкәй саҡтан уҡ өйрәтә башлау ҙа отошло. Сөнки балаларҙың хәтере яҡшы. Улар һүҙҙәрҙе, терминдарҙы баштарына һеңдереп бара. Сабыйҙың ҡыҙыҡһыныуы, ихтыяр көсө, фекерләүе арта, шулай уҡ үҙ-ара аралашыуға ихтыяжы формалаша. Сит телде өйрәнеүҙе ата-әсәләр ҙә хуп күрә. Хәҙерге заманда инглиз телен башҡорт һәм рус теле дәрәжәһендә белеү йәш быуынға тормошта үҙ урындарын табыуға оло мөмкинлектәр бирә.
Инглиз теле ауыр булһа ла, бик күп кеше уны өйрәнеп юғары уңыштарға ирешә. Әммә грамматик яҡтан бик дөрөҫ һөйләшһәләр ҙә күбеһе тел белгесе булып һаналмай. Бының төп сәбәбе — инглиз телендә ҡулланыла торған өндәрҙе белмәү йәки уларҙы дөрөҫ ҡулланмау. Һәр телде өндәр ярҙамында өйрәнергә кәрәк, шулай эшләмәгәндә китаптағы кеүек ҡоро һөйләшәсәкһегеҙ. Кешегә үҙенең кәйефен, хис-тойғоларын, кисерештәрен күрһәтеү өсөн ғәҙәти һүҙҙәр һәм һөйләмдәр генә етмәй. Тап ошо ваҡытта беҙ һөйләшеүҙә айырым бер баҫым йәки характерлы тауыш ҡулланабыҙ. Инглиз телен яҡшы өйрәнеү өсөн телдең өндәренә, ауаздарына иғтибар итергә кәрәк.
Бөгөн сит телдәрҙе өйрәнеү-өйрәнмәү тураһында шик тә булырға мөмкин түгел. Телдәрҙе белгәндә барлыҡ илдәрҙең ҡапҡалары асыҡ, донъяуи аралашыу бар. Ул ғына түгел, сит телдәрҙе өйрәнгән кешеләр бөгөнгө көнәркәшлек заманында тормошта яҡшыраҡ урынлаша. Уларға ихтыяж ҙур.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"