Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
30 Апрель 2020, 14:56

Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған

Ауылдарҙа һаҡлыҡ саралары

Краснокуртовка ауылы биләмәһендә лә коронавирусты иҫкәртеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Урындағы ирекмәндәр яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға, йәки мөмкинселектәре булмағандарға аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтарҙы һәм дарыуҙарҙы исемлек буйынса өйҙәренә килтерә. Оло йәштәгеләр инфекцияға тиҙ бирешеүсән булыу сәбәпле, ошо осорҙа 65 йәштән ололарға, шулай уҡ бәләкәй балаларға мөмкин тиклем өйҙән сыҡмаҫҡа тәҡдим ителә, уларға социаль ярҙам ойошторола. Быларҙан тыш, патруль төркөм ауыл халҡына изоляция ваҡытында үҙеңде нисек тотоу, хәүефһеҙлек саралары, өйҙә ҡалыуҙың әһәмиәте һәм башҡалар тураһында аңлата, иҫкәртеүҙәр яһай. Сит ерҙән ҡайтыусылар менән шәхси профилактик эш алып барыла. Уларҙан ике аҙна йорттарынан сыҡмауҙары, башҡалар менән бәйләнешкә инмәүҙәре талап ителә. Ғөмүмән, сирҙе ауыл биләмәһенә индермәү һәм таралыуына юл ҡуймау өсөн ҡулдан килгәнсә саралар күрелә.
Янғын хәүефһеҙлеге лә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Уның талаптарын боҙмау, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү тураһында хәбәр ителеп тора. Талаптарҙан ситкә тайпылғандар менән айырым саралар уҙғарыла. Биләмәгә ҡараған ауылдарҙың урамдарын, йорттарын төҙөкләндереү кеүек мәсьәләләр ҙә көнүҙәктә,- тип Краснокуртовка ауыл биләмәһенең тормошо менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте биләмә башлығы Владимир Карпов.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: