Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
30 Апрель 2020, 15:02

Хатаһыҙ яҙайыҡ

Районда "Башҡорт теленән халыҡ - ара диктант" акцияһы үтте

Үткән шәмбе бөтә Ер йөҙөндә йәшәүсе башҡорт халҡы туған телендә онлайн-диктант яҙҙы. "Башҡорт теленән халыҡ - ара диктант" акцияһы хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән һәм теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән белем биреү акцияһы.
БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сарала ҡатнашыу өсөн сайтҡа 223000 кеше теркәлде. Теркәлмәй яҙыусылар ҙа бик күп булды. Улар үҙҙәренең шәхси кабинеттары аша эштәрен яҙып, тикшереүгә йүнәлтте. Сәғәт иртәнге 11-ҙә башланған акция “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы”нда, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, “You Tube” видеохостингыһында өс төркөмдә: башҡорт телен саҡ өйрәнә башлағандар, башҡорт теленең көньяҡ-көнбайыш диалектында аралашыусылар һәм башҡорт телен яҡшы белеүселәр өсөн алып барылды. Диктант яҙыуҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Төркиә, АҠШ, Швейцария, Германия кеүек 24 сит илдән, РФ-тың 18 төбәгенән милләттәштәребеҙ әүҙем ҡатнашты. Онлайн диктантта яҙыусыларҙың дөйөм һаны 305600-гә етте, шул иҫәптән 39214-е Рәсәйҙең төрлө региондарында, ә 3395-е сит илдә йәшәүселәр. Башҡорт теленең көньяҡ-көнбайыш диалектындағы диктантты 51345 кеше яҙған. Был иһә туған телебеҙҙең кәрәкле икәнлеген күрһәтеп, абруйын күтәрә. Мәртәбәле сарала төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ ҡатнашты, мәҫәлән, иң олоһона 96 йәш булһа (Ишембай районынан), иң кескәйенә 5 кенә (Баймаҡ). Диктант яҙырға теләүсе һәр кем өйҙә башҡарған эшенең фотоһын, сканын төшөрөп сайт йәки электрон почта аша 26 апрелгә тиклем ойоштороу комитетына ебәрә алды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла махсус электрон сертификаттар биреләсәк. Эш һөҙөмтәләре шәхси кабинеттарға йәки электрон почталарға йүнәлтеләсәк.
Архангел районы мәғариф учреждениелары ла был сарала бик әүҙем ҡатнашты. Уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр ойоштороусыларҙың сайтында теркәлеү үтеп, районыбыҙҙан меңдән ашыу кеше ике кимәлдә диктант яҙҙы. Рәсми сайтта теркәлеүселәрҙең һаны — 1012, ә теркәлмәүселәр 249-ға етте.
Башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү өсөн үткәрелгән был акцияның әһәмиәте бик ҙур.
Лена Садиҡова,
район мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: