Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Апрель 2020, 14:28

“Тимер аттар” көйләнде

төп көс техниканы әҙерләүгә

Сәсеүгә төшөү алдынан техника паркының, агрегаттарҙың төҙөк булыуы мөһим. Шуға күрә арбаңды ҡыш, санаңды йәй әҙерлә тигәндәге кеүек, ғәҙәттә йүнсел ауыл эшсәндәре көҙгө уңышты йыйып алғандан һуң, техникаларын ремонтҡа ҡуйып, йүнәтеү-төҙәтеү эштәренә тотона. Сөнки сәсеү кампанияһына етди әҙерлек талап итә.
Яҙғы баҫыу эштәре алдынан ауыл хужалығы машиналарының торошон тикшереү бик яуаплы сара. Ҡырҙағы хеҙмәттең ырамлы барыуы “тимер аттар”ҙың төҙөклөгөнә бәйле. Тракторҙар ватылмай ғына эшләгән осраҡта механизаторҙарҙың ваҡыты йүнәтеү эштәренә сарыф ителмәй, сәсеү ҙә тиҙ арала тамамлана. Ошо маҡсаттан район ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында 23 марттан алып дәүләт техник күҙәтеү органдары белгестәре ауыл хужалығы техникаларына һәм тағылмалы арбаларға тотош тикшереү ойошторҙо. Техниканың торошо, уны файҙаланыу талаптары, хеҙмәт һаҡлау ҡағиҙәләре йыл һайын ҡәтғиләшә. Тикшереү барышында һәр нәмә күҙ уңында тотола, иҫәпкә алына.
Район буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Сергей Палтусов 5 апрелгә ҡарата Архангел районының агросәнәғәт комплексында барлығы 33 техникаға (75% тәшкил итә ) һәм 5 тағылмалы арбаға (60 %) тикшереү үткәрҙе һәм уларҙың торошон ошо көнгә ҡәнәғәтләндерерлек тип тапты. Район ауыл эшсәндәре баҫыу эштәренә әҙер тип иҫәпләнде.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: