Инйәр
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
15 Апрель 2020, 14:09

Иртәгә һуң булмаҫмы?

бөгөнгө ҡатмарлы ваҡиғалар гәзитебеҙҙә ниндәй эҙ ҡалдырыр...

Оҙаҡламай районыбыҙҙың башҡорт телендә баҫылған “Инйәр” гәзитенә 20 йыл туласаҡ. Ошо дәүер эсендә туған баҫмабыҙ кескәй сабыйға хас беренсе аҙымдарын яһаны, үҫте, сәскә атты, тәүге абыныуҙарын һәм еңеүҙәрен кисерҙе. Бөгөн уның гүзәл, дәртле йәшлеге башланырға ғына тора...
Егерме йыл эсендә “Инйәр” үҙ биттәрендә урындағы халыҡтың йәшәйешен, мәсьәләләрен яҡтыртты, уның менән бергә янды ла, ҡыуаныстарын да кисерҙе, һәләтле, өлгөлө шәхестәребеҙҙе күрһәтте, башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлап ҡалыуҙа айырылғыһыҙ ҙур өлөш индерҙе.
Башҡорт халҡының тарихына байҡау яһаһаҡ, уның һәр саҡ үҙ азатлығы, теле өсөн аяуһыҙ көрәш алып барыуы күҙгә ташлана. Ни өсөндөр киң күңелле, йомарт халыҡ вәкиленә бер ҡасан да тынысланып ҡына йәшәргә форсат теймәгән. Әле быныһына, әле тегенеһенә йә уның ере, һыуы, йә алтыны, улар менән бергә халыҡ азатлығы кәрәк булған. Ниндәй генә ғазаплы һынауҙар үтергә тура килмәгән ғорур Салауат тоҡомона. Һәр бәрелештә ул үҙен ҡорбан итһә иткән, туған телен, ерен ситкә бирмәгән, һаҡлап алып ҡалған.
Ни өсөн мин ошоларҙы иҫкә төшөрәм һуң? Бөгөн бөтә ер шарында, шул иҫәптән Башҡортостанда ла коронавирус сиренә ҡаршы көрәш бара. Был йоғошло ауырыу беребеҙгә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Физик яҡтан да, сәйәси-иҡтисади тарафтан да вирус тик кире яҡтан ғына тәьҫир итә. Бик күп предприятиелар эшселәр һанын кәметте, бәғзе берәүҙәре бөтөнләй ябылып ҡуйҙы, байтағы ситтән тороп эшмәкәрлек итеүгә күсте.
Быға тиклем дә гәзитебеҙҙең яҙмышы хаҡтар ҡиммәтләнеү сәбәпле ҡыл өҫтөндә ине. “Инйәр”ебеҙ йәшәһен өсөн хәбәрселәр хат ташыусылар менән бергә ауылдар буйлап, һәр бер йортҡа инеп, гәзиткә яҙҙырып йөрөүҙәрен урындағы халыҡ яҡшы белә. Ҡағиҙә булараҡ, баҫмабыҙҙың йәшәү-йәшәмәүе гәзит алдырыусыларҙың һанынан тора.
Быйыл тағы ла бик ҡатмарлы хәл алдында тороп ҡалдыҡ. Апрель башынан гәзиткә яҙылыу кампанияһы башланды. Үткән йылдарҙа был ваҡытта хәбәрселәр ауыл ҡыҙҙырып, берәмләп булһа ла кешеләрҙе гәзиткә яҙҙырһа, хәҙер сикләүҙәр арҡаһанда халыҡ араһына сыға алмайбыҙ. Заман технологияһы алда барған ваҡытта өйҙә ултырып та төрлө баҫмаларға яҙылып була тип әйтер берәүҙәр. Эйе, был бик уңайлы, бигерәк тә әлеге ваҡиғалар сыуалышында. Ләкин күптәребеҙҙең уның менән файҙаланырға мөмкинлектәре юҡ. Икенсенән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең халыҡтың байтағында башҡорт рухы һүнгән. Ни эшләптер гәзиттәргә хаҡтар бер иш булһа ла, рус кешеһе рус телендәге баҫмаға үҙ ирке менән килеп яҙыла, ә беҙҙекеләрҙе өгөтләргә, башҡорт теленең ҡиммәте, әһәмиәте тураһында аңлатыу эше алып барырға, баҙарҙағы кеүек һатыулашып торорға кәрәк. Был нимә? Үҙеңде, халҡыңды, ата-бабаларыңды хөрмәт итмәүме? Балаларыңдың маңҡорт булып үҫеүҙәренә йәки һуңғы башҡорттоң ер йөҙөндә юҡ булыуына этәргес булыумы? Үҙебеҙ хәстәрләмәһәк, гәзитебеҙ башҡа берәүгә лә кәрәкмәй, сөнки һәр милләт вәкиленең үҙ туған баҫмаһы бар.
Гәзиттең тиражын кәметмәү беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә ныҡышмалыҡ талап итә. Республика буйынса барған сикләү саралары былай ҙа бөртөкләп кенә йыйылған гәзит уҡыусыларыбыҙҙың байтағын юғалтыуға килтерәсәк. Рус телендәге ҡағыҙ баҫма илдә нимә генә булмаһын, йәшәйәсәк, ә бына милли телдәрҙә сыҡҡандар, шул иҫәптән “Инйәр” бер көн килеп ябылып ҡуйылыуы бар.
Хөрмәтле милләттәштәр, шундай ҙур көс менән яуланған башҡорт гәзитен юҡ итеүгә зинһар юл ҡуймайыҡ. Ул бөтөп ҡуйһа кемде ғәйепләйәсәкбеҙ? Милли баҫмалар беҙҙең баһабыҙҙы күтәрә, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, ә иң мөһиме туған телебеҙҙе һаҡлауҙа, киләһе быуынға еткереүҙә ҙур эш алып бара, ерле халыҡ булыуыбыҙҙы иҫкәртеп тора. Кемдер “Һеҙҙең ҡайғығыҙ юҡ әле, ҡытлыҡ ваҡыты, гәзитһеҙ ҙә йәшәп торорбоҙ”, тийер. Иртәгә һуң буласаҡ! Туған телебеҙҙә сыҡҡан берҙән-бер гәзитебеҙҙе ҡоротһаҡ, беҙгә оят булмаҫмы?
“Инйәр” — ул милләттәштәребеҙҙе берләштергән башҡорт рухы. Туған телен, халҡын хөрмәт иткән, уның киләсәгенә битараф булмағандар беҙҙең менән ҡалыр тип ышанам. Ауыр ваҡытта гәзитебеҙҙе яҡлап, һаҡлап ҡалайыҡ! “Инйәр”ебеҙҙе 100 йәшкә тиклем еткерәйек!
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас в