Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
9 Апрель 2020, 14:33

Уяулыҡ һәм һаҡлыҡ саралары

халыҡ именлеге — көнүҙәктә

Абҙан ауыл биләмәһендә һуңғы ваҡытта мәшәҡәттәр күбәйҙе. Яҙғы ташҡынға, коронавирусҡа ҡаршы көрәш саралары, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртеү, халыҡ иҫәбен алыу, ауылды төҙөкләндереү һәм башҡа мөһим эштәр бөгөн күҙ уңында тотола.
— Бөтә илебеҙ буйынса был вирусҡа ҡаршы көрәш барған мәлдә ауыл халҡы араһында сирҙән һаҡланыу ҡағиҙәләре менән таныштырыу, аңлатыу эштәре алып барыла. Ирекмәндәр төркөмдәре, һәр ауылда ватсап бәйләнеше булдырылды. Был төркөм составына күберәге ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре инде. Инфекциянан, тәү сиратта, өлкән йәштәгеләр зыян күреүе ихтимал, шуға күрә ирекмәндәр айырыуса уларға ярҙам итә. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға ла заявка буйынса аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡаларҙы килтерә.
Үҙ аллы изоляция режимы ваҡытында урам буйында йөрөгән халыҡ менән һөйләшеүҙәр үткәрәбеҙ. Маска кейеп йөрөүҙең, өйҙә ҡалыуҙың әһәмиәте тураһында ҡабат-ҡабат иҫкәртәбеҙ. Ауыл халҡы карантин режимын аңлы рәүештә ҡабул итте. Мәжбүри ял ваҡытында урам буйлап йөрөгән кешеләр бик һирәк, улар күп осраҡта аҙыҡ-түлек һатып алыу маҡсатында ғына йорттарынан сыға. Абҙан ауылы биләмәһенә ҡараған ауыл халҡы был ваҡиғаға етди ҡарауын иҫбатланы.
Һәр йылдағыса яҙғы ташҡынға ҡаршы махсус хеҙмәттәр, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмауға арналған айырым саралар ойошторола. Ҡыш ҡар мул булды, әле лә яуым-төшөм кәмемәй. Был, әлбиттә, оло хәүеф тыуҙыра. Сөнки ауылдар Инйәр йылғаһына бик яҡын урынлашҡан. Ҡар әкренләп иреһә лә, һаҡланғанды һаҡлармын тигәндәй, һәр нәмәгә лә әҙер тороу хәйерле. Көн һайын йылғаның кимәле тикшерелә, дежур төркөмдәр рейдтар яһап тора. Ғөмүмән, бөгөн уяулыҡ һәм һаҡлыҡ саралары — төп урында.
Урамдарҙы яҡтыртыу эштәре дауам ителә, яңыраҡ ошо эштәр Ҡыҙылъяр ауылында башҡарылды. Быйыл “Торлаҡ пункттар эстетикаһы йылы” сиктәрендә ауылдарҙа халыҡтың уңайлы йәшәүе өсөн шарттар булдырыла, төҙөкләндереү эштәре әүҙемләштерелә. Мәҫәлән, 1 майға тиклем мәктәп алдындағы обелискты эшләп бөтөргә кәрәк,— тип эш барышы менән таныштырҙы ауыл биләмәһе башлығы Айнур Хәсәнов.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: