Инйәр
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
9 Апрель 2020, 15:01

Эшмәкәрлек яйға һалынасаҡ

республикала һаулыҡ һаҡлау һәм ауыл хужалығы тармаҡтарының торошо

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау һәм төбәктәге һуңғы хәл-ваҡиғаларға бағышланған сираттағы брифинг үтте. Уның эшендә Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, БР Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, БР гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Козак һәм башҡалар ҡатнашты. Коронавирус сиренең таралыуын булдырмау буйынса оператив республика штабының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда COVID-19 менән 16 кешенең зарарланыуы билдәле. 6 сирле тулыһынса һауыҡҡан, дауаланыуҙарын дауам итеүсе башҡа пациенттарҙың хәле уртаса. Уларға талап ителгән барлыҡ медицина ярҙамы тулыһынса күрһәтелә.
8 апрелгә ҡарата республика стационарҙарында коронавирус инфекцияһын йоҡтороуға шик тыуҙырған 117 пациент, шул иҫәптән 11 бала анализ һөҙөмтәләрен көтә. Уларҙан тыш, БР гигиега һәм эпидемиология үҙәге һәм 8 медицина лабораторийҙары хеҙмәткәрҙәре коронавирусҡа 11958 тикшеренеү үткәрҙе.
Брифинг барышында түбәндәгеләр билдәле булды: хәҙер льготалы дарыҙарҙы оҙайлы ваҡытҡа ( 3 айға тиклем ) яҙҙырып алыу мөмкинлеге тыуҙы. Поликлиникаға ситтән тороп беркетелеп булмаясаҡ, тик шәхсән мөрәжәғәт итеп, ғариза яҙғандан һуң ғына. Ошо арала шәхси медицина лабораторийҙары ла коронавирусҡа түләүле анализдар ала башлаясаҡ. Бындай шәхси клиникаларҙың исемлеге менән БР Роспотребнадзор сайтында танышырға мөмкин. Тесты мотлаҡ рәүештә үтергә кәрәк булғандарға шәхси поликлиникалар уны түләүһеҙ ойошторасаҡ. Тикшеренеү һөҙөмтәһе бер йәки өс тәүлек эсендә әҙерләнә, артабан гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә ебәрелә. Үҙ ирке менән анализ тапшырырға теләүселәр түләүле форма аша эшләй ала. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының был анализды биреү өсөн аныҡ теҙмәһе бар. Медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәгән осраҡта ла, бар нәмәне ентекле уйлап башҡарырға кәрәк. Әгәр үҙегеҙҙе сәләмәт тояһығыҙ икән, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ арҡаһында ғына клиникаға бармай торһағыҙ ҙа була.
Коронавирус ауыл хужалығына ла йоғонто яһамай үтмәй. Әммә сикләүҙәр был тармаҡҡа ҡағылмаясаҡ, сөнки ул өҙлөкһөҙ етештереүсе булып тора. Республика бюджетынан быйыл ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү өсөн 4,2 млрд. һум аҡсалата ярҙам бүленеү ҡаралған. Әйткәндәй, барлыҡ федераль ярҙам 9,6 млрд. һум тәшкил итә. Ағымдағы йылда республикала сәсеү майҙаны 3 млн. гектарҙы биләйәсәк, былтырғы менән сағыштырғанда 5% -ҡа юғары. Яҙғы бойҙай — 2 млн. гектарҙа, ужым культуралары 136 мең гектарға күберәк, ҡарабойҙай 100 мең гектар ерҙә сәселәсәк.
Быйыл республика аграрийҙары баҫыу эштәренә ике аҙнаға иртәрәк төшкән. Игенселәр орлоҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Запас фондта ужым культураларын ҡайтанан сәсергә тип ҡалдырған орлоҡтар ҙа бар. Әлегә ауыл хужалығы йәрминкәләре туҡтатылып тороласаҡ. Ваҡиғалар яҡшырыу менән улар үҙ эшмәкәрлектәрен яйға һаласаҡ. Ауыл хужалығы ипотекаһы программаһында ҡатнашыуға меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән.
Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн барлыҡ файҙалы һәм актуаль мәғлүмәттәр ведомствоның рәсми сайтында урынлашҡан. Ҡыҙыу бәйләнеш телефоны номеры 8(347)-218-06-00.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: