Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Апрель 2020, 11:05

Пластик донъяны баҫа.

ябай һауыттың зыяны

Пластик һауыттар тормошобоҙҙа ҙур урын биләй. Һыу шешәләре, быяла банка урынына ла шулар ҡулланыла, бөтә аҙыҡ-түлек тиерлек шул пластик һауыттар менән сығарыла. Хәҙер быяла шешәне бик һирәк файҙаланабыҙ. 1,5 литрлыҡ һыу һауыттарына нимә генә ҡоймайҙар: һөт тә, ҡайнатма ла, хатта эҫе сәй ҙә… Күптәребеҙ уларҙың сәләмәтлек өсөн бигүк файҙалы булмағанын аңлай ҙа бит. Әммә шул һауыттарҙан ҡотола алмайбыҙ. Бөтә донъяны баҫып алып бара. Һәр пластик та төрлө кимәлдә химикаттар бүлеп сығара.
Ғәҙәттә, шешәләрҙең этикет­каһында уларҙың ниндәй пластиктан эшләнеүе күрһәтелгән була. Шуға иғтибар итергә кәрәк.
РЕТ йәки РЕТЕ (инглиз телендә)
Бер тапҡыр ғына ҡулланырға яраҡлы шешәләр.
ПЭТ — донъяла иң йыш ҡулланылыусы пластмасса. Уның бер тапҡыр ғына ҡулланыуға тәғәйенләнеүен оно­торға ярамай!
HDP йәки HDPE. Бик яҡшы пластик. Бер ниндәй ҙә зарарлы матдәләр бүлеп сығармай. Белгестәр тап шундай һауыттағы һыуҙы ғына һатып алырға кәңәш итә.
PVC йәки V. Был материалдан әҙерләнгән һауыт­тар кешенең гормональ балансына кире йоғонто яһаусы ике төр хәүефле химикат бүлеп сығара. VC-тың башҡаларға ҡарағанда ҡояш нурына һәм көн торошона һиҙгерлеге юҡ. Унан йыш ҡына тәҙрә рамдары, баҡсаға һыу һибергә шлангтар әҙерләйҙәр. Шуға ҡа­рамаҫтан, эксперттар яҡшыраҡ вариант булғанда уны һатып алыуҙан тыйылырға кәңәш итә.
LDPE. Унда һаҡ­ланған һыуға химик матдәләр бүленеп сыҡмай. Йәғни эсендә һыу бул­ғанда ғына хәүефһеҙ! Ә бына аҙыҡ-түлек магазинында бындай пакеттарҙы һатып алырға кәрәкмәй, сөнки аҙыҡ-түлек менән бергә йөрәк өсөн бик тә хәүефле химикаттар ҙа һатып алыуығыҙ бар.
  1. Унан сироптар һәм йогурт өсөн ҡаптар әҙерләйҙәр. Сәләмәтлек өсөн сағыш­тырмаса хәүеф­һеҙ.
  2. PS. Ҡәһүә стакандарын етештереүҙә фай­ҙаланыла. Әммә йылынғанда хәүефле химик берләшмәләр бүлеп сығара.
  3. PC. Икенсе төрлө әйткәндә, махсус бил­дәләре булмаған пластмасcа. Плас­тиктың иң хәүефле төрө. Һыу шешәләре һәм аҙыҡ-түлек контейнерҙары етеш­тереүҙә ҡулланыла. Поликарбонаттан етештерелгән һауытта аҙыҡ-түлекте йә һыуҙы һаҡлау ҡәтғи рәүештә тыйыла. Бисфенол А — эндокрин системаһын юҡҡа сығарыусы билдәле матдә. Ул эстроген гормондарын етештереүҙе тотҡарлай.
  4. Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
    Читайте нас: