Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
6 Апреля 2020, 07:30
Һөйөнөп ҡалдым
Күптән түгел бер төркөм балалар: “Беҙ — тимурсылар командаһы, һеҙгә ярҙам итергә килдек”, — тигәс, аптырап ҡалдым.
“Урам буйында ятҡан утынды күреп килделәр микән”, — тип тә уйлап алдым. Сөнки бер машина утын алғайным, ҡар күп булыу сәбәпле, урамға индерергә мөмкинселек юҡтан, урам буйына бушаттылар. Уңайһыҙ булһа ла, ярай һуң, тип ризалаштым. Балалар, күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, тиҙ арала бер машина утынды утынлыҡҡҡа ташып та бөттө. Максим Горький мәктәбе уҡытыусыһы Эльвира Йәнешева етәкселегендәге тимурсылар командаһы ағзалары Йәнешева Аделина, Йәнешев Батырхан, Нәркәс, Наҙгөл, Айгөл Ниғмәтуллиндар һәм Ауырғазы күп профилле колледжы филиалы студенттары Рөстәм һәм Дим Ниғмәтуллиндарҙың ошондай ҙур ярҙамы мине бик һөйөндөрҙө. Уларҙың артабан да шулай изгелекле, ихтирамлы, ярҙамсыл кеше булып үҫеүҙәрен теләйем.
Әлмира Юламанова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Убалар ауылы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"