Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Апрель 2020, 14:38

Уңда соҡор, һулда соҡор

дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын төҙөкләндереү саралары

Ергә йылы нурҙарын һибеп яҙ килә. Тик шул йәмле яҙҙың йәмһеҙ күренеше — юлдарҙың боҙолоуы. Йыл һайын бер үк мәсьәлә әйләнә лә килә бит. Уңда ла соҡор, һулда ла соҡор. Оҫта водитель дә уны урап ҡотола алмаҫ. Көндәр йылытып, ҡар иреү менән руль артында ултырыусылар өсөн ошо бәлә башлана.
Бөгөнгә тиклем Максим Горький ауылынан район үҙәгенә тиҙ генә елдереп барып етеү үҙенә күрә ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеүҙе талап итте. Оло юл һуғыш яланын хәтерләтә. Һәр ярты метр һайын асфальт тишек, киң, тәрән соҡорға яңылыш төшөп китһәң, тәгәрмәсһеҙ ҡалма тимә. Уларҙы урап, юлдың яҡшыраҡ өлөшөнә сыҡҡансы ярайһы уҡ ваҡыт үтә ине. Юл ғазабын үҙ елкәһендә татыусылар быны яҡшы аңлай.
Бер ҡыйындың, бер рәхәте лә була бит. Бына шулай интегеп йөрөгәндә, районыбыҙҙың юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре Максим Горький ауылы менән район үҙәген тоташтырған дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлында ямау эштәрен башланы. Юл — тормош көҙгөһө. Уларҙың ниндәй хәлдә булыуы урындағы халыҡтың социаль торошон, хәлен билдәләй. Ғүмеребеҙҙең хәүефһеҙлеге, кәйефебеҙҙең торошо юлдарҙың сифатына бәйле.
Хәҙер асфальт юлдан борғоланып, туҡтай-туҡтай үтәһе түгел, туры ғына бараһы.
Дилара Бәҙретдинова. Автор фотоһы.
Читайте нас: