Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Апрель 2020, 14:50

Сыйырсыҡтар ҙа ҡайта, көнъяҡтан беҙҙең яҡҡа

сыйырсыҡтарҙың иртәрәк килеүенә иғтибар иткәнһегеҙҙер

Быйыл сыйырсыҡтарҙың иртәрәк килеүенә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Зәйет ауылына ла улар көндөң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, 15 мартта уҡ ҡайтып етте. Был ҡошсоҡтарға ғашиҡ булмаған, уларҙың моңло тауышына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә улар төрлө-төрлө тауыштар сығарырға, ҡабатларға әүәҫ. Үҙҙәренең егәрле, сос булыуы, таҙалыҡ яратыуы менән дә танылыу яулаған. Яҙ етеп, көндәр йылыныу менән иң башта ата сыйырсыҡ килә һәм ғаиләһенә уңайлы оя эҙләй. Уны табып оҡшатҡас, инә сыйырсыҡты саҡыра. Шуға күрә кешеләргә улар өсөн алдан уҡ умарталар эшләп ҡуйырға кәрәк. Үҙ торлаҡтарына ҡыуанған ҡошсоҡтарҙың ҡанаттарын ҡағып, өҙөлөп-өҙөлөп йырлауҙары һәр кемдең күңелен арбай.
Аяҙ, йылы көндә бер сыйырсыҡ 350-гә яҡын бөжәкте юҡ итә икән. Балаларын баҫып сығарғас, оло ҡоштар уларҙы ашатыр өсөн тәүлегенә 9 кг аҙыҡ ташый. Шуның менән үҫемлектәрҙе зарарлы ҡоротҡостарҙан һаҡлап ҡала.
Зәйет мәктәбе уҡыусылары ҡанатлы дуҫтарына рәхмәт йөҙөнән ҡыш айҙарында уҡ хеҙмәт дәресендә яңы умарталар яһаны, иҫкеләрен төҙөкләндерҙе. Был эштәрен улар “Оҫта ҡулдар” түңәрәгендә дауам итте. Яңыраҡ балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән ояларҙы ағастарға беркетеп ҡуйҙы. Хәҙер яҡын тирәләге баҡсаларҙан моңло тауыштар ишетелеп торасаҡ, йәшелсә, емеш-еләктәребеҙҙе лә ҡоротҡостар бөтөрмәйәсәк. Һәр кем ҡәнәғәт ҡаласаҡ.
Илгиз Рәхмәтуллин, Зәйет мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: