БР Башлығы Радий Хәбиров:
— Бизнесты бөтөрөргә ярамай. Протоколдар яҙығыҙ, иҫкәрмәләр яһағыҙ, аңлатығыҙ, тик штрафтар булмаһын. Сауҙа үҙәге эшләгән саҡта 20-30 кеше эш хаҡы ала. Магазиндар хужаларына хаҡтар арттырыу менән мауығыу ярамай, кешеләрҙең аҡсаһы көндөн-көн кәмей.
Башҡортостанда шәкәр ҡомо, һуған, ҡарабойҙай, имбирь, лимонға хаҡ артҡан, ә ҡайһы бер йәшелсәләргә киреһенсә төшкән. Башҡа көнкүреш әйберҙәренә хаҡтар әлегә үҙгәрешһеҙ, тик аптекаларҙа медицина маскалары, махсус зарарһыҙландырыу препараттары ҡиммәтләнде. Аҙыҡ-түлек бөтә тип ҡурҡырға ярамай. Беҙҙең республикала май, он, ярмаларҙың барыһы ла бар. Был турала республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев былай тине:
— Аҙыҡ-түлек запасы байтаҡ. Келәттәрҙә, әлеге кеүек күләмдә файҙаланған осраҡта, 50 көнгә етерлек запас бар.
Район магазиндарында аҙыҡ-түлек тулып ята. Хаҡтарҙы арттырған сауҙа нөктәләре менән айырым саралар ойошторола. Үткән аҙнала халыҡ мәж килеп күпләп он, шәкәр, ҡарабойҙай һәм башҡаларҙы алһа, һуңғы көндәрҙә һатып алыусылар һаны ҡырҡа кәмегән. Ҡулланыусылар башлыса арзан һәм көнкүреш тауарҙарына өҫтөнлөк бирә. Ашамлыҡтарҙы алдан хәстәрләп ҡуйыу бер яҡтан яҡшы, сөнки вирус ваҡытында кеше күпләп йыйылған ергә артыҡ сығып йөрөүҙән һаҡлай. Ләкин һатыусыларға ла, һатып алыусыларға ла саманы белергә кәрәк.
Бөгөн магазиндар, дарыуханалар, аптекалар, ветеринар дарыуханаһы ҡәҙимгесә эшләүҙәрен дауам итә. Вирус йоҡтороу хәүефһеҙлеген булдырмау маҡсатынан бындай урындарҙа иҙәндәр йышыраҡ йыуылырға, бөтә ерҙәр антисептиктар менән эшкәртелергә тейеш, һатыу иткәндәр медицина маскалары һәм бирсәткәләр кейеп хеҙмәтләндерергә бурыслы.
Дәүләт комитеты “Роспотребнадзор” идаралығы һәм Эске эштәр министрлығы санитар талаптарҙы үтәүҙе контролдә тотоп, тикшереүҙәр үткәрәсәк.