Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
6 Апрель 2020, 15:03

Ижади үрҙәр яулана

район буйынса иншалар бәйгеһе үтте

Башҡорт теле йылы айҡанлы белем биреү усаҡтарында сираттағы конкурс — инша яҙыу бәйгеһе уҙғарылды. Ул республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылына бағышланды.
Ижади бәйгелә 26 уҡыусы ҡатнашты. Баһалама ағзалары хөкөмөнә 2020 йылда юбилейҙары үткән Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙарының тормош юлы һәм ижадына, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған бай йөкмәткеле матур эштәр тәҡдим ителде. Һөҙөмтәләр буйынса 4-5-се кластар араһында 1-се урын Абдулина Сулпанға (Ҡыҫынды мәктәбе, етәксеһе А.Р.Абдулина), 2-се — Баһауетдинова Айлинаға (Тирәкле, А.Р.Баһауетдинова), 3-сө урын Сурағолов Марсель (1-се Архангел мәктәбе, Р.С.Әхмәтйәнова) һәм Хәсәнов Ғәфүр (2-се Архангел, Р.М.Маликова) бирелде. 6-7-селәрҙән Кинйәғолова Карина (Абҙан, Н.М.Йосопова) һәм Ғәйсәрова Нәркәс (Ҡыҫынды, Р.Ф.Ғәйсәрова) беренселеккә сыҡһа, 2-сене — Ҡасаева Алтынай (2-се Архангел, Р.Ә.Сәлихова), 3-сөнө Хәзиәхмәтова Гөлназ (Ҡыҫынды, Р.Ф.Ғәйсәрова) алды. 8-9-сы кластар буйынса 1-се урынға Бикбулатова Нәркәс (Абҙан, Ф.Ф.Ғизәтуллина), 2-сегә — Хөснөтдинова Карина (2-се Архангел, Р.Ә.Сәлихова), Мозафарова Элина (Максим Горький, З.Ә.Рәшитова), 3-сөгә — Зөбәйерова Рәмилә (Валентиновка, Л.Р.Юламанова) һәм Хөсәйенова Регина (Абҙан, Ф.Ф.Кинйәғолова) лайыҡ булды. 10-11-селәрҙән Шәйәхмәтова Юлиә (2-се Архангел, Р.М.Маликова) — 1- се урынды, 2-сене — Муллагильдина Розалия (Максим Горький, Т.М.Ҡотлозаманова), 3-сө урынды Әхмәтова Сөмбөл (Абҙан, Ф.Ф.Ғизәтуллина) яуланы.
Лена Садиҡова, мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: