Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Апрель 2020, 13:20

Алыштырыу талап ителмәй

2020 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләргә икенсе бала донъяға килһә, әсәлек капиталының суммаһы тағы ла 150 мең һумға арттырыла.

Хәҙер, индексациянан һуң, әсәлек капиталының суммаһы 466 мең 617 һум тәшкил итһә, икенсе бала тыуған осраҡта дөйөм сумма 616 мең һумдан артып китә һәм йыл һайын индексациялана.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, әсәлек капиталы күләменең арттырылыуы элек бирелгән сертификатты алыштырыуҙы талап итмәй. Уның әлеге күләме хаҡында мәғлүмәтте Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинеттан йәиһә дәүләт хеҙмәттәре порталынан алырға мөмкин.
2020 йылда әсәлек капиталы түбәндәгесә:
— 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе бала тыуған (уллыҡҡа алынған) осраҡта 466 617 һум;
— 2019 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе йәки артабанғы бала тыуғанда (уллыҡҡа алынғанда) 466 617 һум;
— әгәр беренсе бала 2019 йылдың 31 декабренә хәтлем тыуған икән, 2020 йылдың 1 ғинуарынан икенсе бала донъяға килгәндә (уллыҡҡа алынғанда) 616 617 һум;
— әгәр быға тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ булмаһа, йәғни тәүге ике бала 2007 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуһа, 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән өсөнсө йәки артабанғы балаға 616 617 һум.
Әгәр сертификатығыҙҙа элекке сумма күрһәтелгән икән, уны алыштырыу маҡсатында Пенсия фондына килеү кәрәкмәй.
Александр Комзалов,
район пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: