БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың коронавирусҡа бәйле ҡарары нигеҙендә, Архангел үҙәк район дауаханаһында 20 марттан карантин саралары иғлан ителде. Уға ярашлы сирлеләрҙе тәүлек әйләнәһенә һәм көндөҙ госпиталгә һалыу туҡтатыла (тик киҫкен осраҡта ғына госпиталгә һалынасаҡтар). Стационарҙа дауаланған пациенттар эргәһенә йөрөү тыйыла. Бөтә төр профилактик медицина тикшеренеүҙәре, ололарҙы һәм балаларҙы диспансерлаштырыу ваҡытлыса башҡарылмаясаҡ. Мотлаҡ маска кейеү режимы индерелә. Киҫкен вируслы респиратор инфекциялы сир (ОРВИ) билдәләре (юғары тән температураһы, баш ауыртыуы, хәлһеҙлек, йүткереү) булғандар регистратуранан амбулатор картаны алмайынса туранан-тура инфекцион кабинетҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Сит илдән йөрөп ҡайтҡандарға түбәнге телефон номерҙары буйынса шылтыратып үҙҙәренең ҡасан ҡайтыуҙары тураһында хәбәр итеүҙәре һорала: 2-82-95 — баш табиптың ҡабул итеү бүлмәһе, 2-82-82 — махсуслаштырылған медик-санитар тәү ярҙам бүлеге урынбаҫары, 2-82-31 — баш табип урынбаҫары, 2-82-34 — ҡабул итеү бүлеге.
Юғарыла әйтелгән кешеләр 14 көн дауамында өйҙәрендә карантин режимын һаҡларға бурыслы. Кәрәк булғанда уларға табип күҙәтеүе ойоштороласаҡ һәм ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы биреләсәк. 60 йәштән өлкәндәргә, ауырлы ҡатындарға был осорҙа поликлиникаларға йөрөмәҫкә, өйҙә ҡалырға кәңәш ителә.
Киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән ауырыусыларға, ололарға медицина ярҙамы амбулаторияла, башлыса йортҡа барып күрһәтелә.
Килеп тыуған барлыҡ һорауҙарығыҙ менән 2-82-95 телефон номеры буйынса баш табиптың ҡабул итеү бүлмәһенә, 2-82-82 — махсуслаштырылған медик-санитар тәү ярҙам бүлеге урынбаҫарына мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ, ауырымағыҙ!
Үҙәк район дауаханаһы хакимиәте.