Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Апрель 2020, 14:21

Ябай, ләкин мөһим кәңәштәр

Коронавирус — йоғошло сир.

Коронавирус — йоғошло сир. Ул организмғамға эләкһә, бик тиҙ тарала һәм үпкәнең ялҡынланыуына килтерә. Тән температураһы күтәрелә, ҡалтырата, өшөтә, баш ауырта, хәлһеҙлек күҙәтелә, танау тона, йүткертә, тын алыуы ауырлаша, мускулдар ауырта, күҙҙәрҙә коньюнктивит барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә ошондай билдәләр күҙәтелһә, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Вирусты эләктермәҫ өсөн түбәндәге кәңәштәргә етди ҡолаҡ һалығыҙ. Иң мөһиме — ҡулдарҙы йыш һабын менән йыуыу. Телефон, сумка һәм башҡа әйберҙәрҙе зарарһыҙландыра торған салфеткалар йәки махсус шыйыҡсалар менән таҙартығыҙ. Эш урындарын, өҫтәл, ишек тотҡаларын да ошондай уҡ препараттар ярҙамында һөртөп, бүлмәләрҙе елләтеп торорға кәрәк.
Йүткергән, сөскөргән кешеләрҙән йыраҡ йөрөү хәйерле. Сөнки сир сәләмәт кешегә һауа-тамсы юлы менән күсә. Бысраҡ ҡул менән күҙҙәргә, ирендәргә, танау ҡыуышлығына тейергә ярамай. Йүткерәгеҙ, сөскөрәгеҙ икән ауыҙ-танауығыҙҙы бер тапҡыр ҡулланыла торған салфетка, ул булмағанда усығыҙ менән ҡаплағыҙ. Кеше күп йыйылған ергә бармаҫҡа, өйҙә ултырырға тырышығыҙ.
Медицина маскалары тураһында оноторға ярамай. Уларҙы һатып алғанда күрһәтмәһен уҡығыҙ. Ҡайһы бер маскаларҙы 2, 4, 6 сәғәт кенә кейергә мөмкин, ҡабат-ҡабат тотонорға ярамай. Бер битлекте гел тағып йөрөү инфекцияны көсәйтә. Маска танауҙы һәм ауыҙҙы яҡшы итеп ҡапларға тейеш. Ҡулланғандан һуң, махсус сүп тоҡсайына ташларға, ҡулдарҙы яҡшылап йыуырға кәңәш ителә. Битлек бина эсендә, йәмәғәт транспортына ингәндә, күп кеше булған ерҙәрҙә, ауырыу кешене ҡарағанда кейелә, ә урамда, саф һауала уның кәрәге юҡ. Ябай ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәгәндә сир йоҡтороу хәүефе һеҙҙе урап үтәр.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: