Бар Совет иле тыныс ҡына йәшәп ятҡанда фашист илбаҫарҙары Ватаныбыҙға ябырыла. Һуғыш алдынан 40 көнлөк кенә әҙерлеккә тип алынған бер туған Мырҙағәле ағаһы, шул китеүҙән яуға инә һәм бөтөнләй әйләнеп ҡайтмай. Бөгөн бабайымдың исеме мәктәп алдындағы таҡтаташҡа уйып яҙылған.